Йыр йәшәртә йөрәкте12.01.2012
Йыр йәшәртә йөрәктеБыл донъяны һәр кем үҙенсә күрә һәм ҡабул итә. Кешелектең бөтә яҡшы сифаттары — диндарҙа, тиер күптәр. Ә бит күңелең менән мосолман булып йәшәү — намаҙ уҡыу, саҙаҡа биреү һәм ғибәҙәт ҡылыу ғына түгел, ә тирә-яҡтағыларыңа, бөтә тереклеккә, йән эйәләренә миһырбанлы булыу һәм уларҙың хәлен үҙ йөрәгең аша үткәреү. Кешеләрҙе рәнйетеүҙән тыйылыу ғына түгел, ә бер кемгә лә үпкәләмәй йәшәү өсөн үҙеңдә көс табыу рухи юғарылыҡҡа күтәрелеүҙән килә торғандыр. Бөтә булмышы менән изгелеккә сорналып, кешеләргә тик сафлыҡ, нур сәсеп йәшәгән заттарҙы күреп һоҡланабыҙ. Ундайҙарҙан донъябыҙ йәм, күңелдәребеҙ нур ала.
Шул йәһәттән Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылында йәшәүсе Гөлнур Мәмлиева инәй күптәр өсөн өлгө булыр ине. Уның донъяны, тормошто аңлау даирәһе киң ҡоласлы: ил инәһе, сәсәниә, уҡытыусы, әсә. Халҡымдың бар рухи хазинаһы һыйған уның йыһандай күңеленә. Бөтә эпостарҙы ла яттан һөйләү, йолаларыбыҙҙың нескәлектәрен тәрән аңлай белеү һәм уны йәш быуынға еткерергә тырышыу — был һирәктәргә генә төшкән өлөш.
Гөлнур инәй дан-шөһрәт менән мауыҡҡандарҙан түгел. Бөгөн ул быуаттарҙан килгән рухи хазинабыҙҙы халыҡҡа йомарт өләшә. Шуға ла фән өлкәһендә эшләгән күп кенә ғалимдарҙың Әбйәлил тарафтарына юлланыуының сәбәбе юҡҡа түгел. Фольклор өлкәһендә эшләүселәр өсөн ул оло терәк, таяныс, кәңәшсе. Телевидение аша күрһәтелгән милли йолалар тураһындағы тапшырыуҙарға ҡарата ла үҙ һүҙе, фекере бар, йәш журналистарға фәһемле кәңәштәрен әйтеп бара. Дин, тарих өлкәһендә лә ул тәрән белемле. Башҡортостан тарихына ҡағылышлы риүәйәттәрҙе яҡшы белеүе менән һоҡландыра.
Гөлнур инәйебеҙ кеүек сәсәндәребеҙ бар саҡта, уларҙан һабаҡ алып, сәсәнлек мәктәбен тергеҙһәк ине.
— Атайым Хәйбулла Аллабирҙе улы Байрамғолов сығышы менән Бөрйән олоҫона ҡараған Монаш ауылынан. Әбйәлил яғына 1738 — 1740 йылдар тирәһендә күсеп килгәндәр. Ул заманына күрә уҡымышлы һәм абруйлы кеше ине, — тип хәтерләй ул. — Мәҙрәсә тамамлаған. Совет заманының тыйыуҙарына ҡарамай, беҙҙе динле итеп үҫтерҙе. Бала саҡтан уҡ әкиәт, эпостар донъяһында йәшәнек. Ҡөрьән тәфсирен яҡшы белдек. Атайым һәр ваҡыт үҙенең хәбәрен төрлө хәҙистәр менән кинәйәләп, фекерен дәлилләп, мәҡәл-әйтемдәр менән нығытып ҡуйыр ине. Пәйғәмбәр тарихында булған асыштарҙы бөгөнгө тормоштағы төрлө хәл-ваҡиғаларға, йолаларыбыҙға фәһемле итеп бәйләй белде.
Һүҙ оҫтаһы Гөлнур Мәмлиева кинорежиссер Малик Яҡшымбәтовтың “Азатлыҡ ҡапҡаһы” фильмында ла уйнай. Тормош иптәше Валентин Мәхмүт улы утыҙ йылдан ашыу мәктәп директоры вазифаһын алып бара. Бөгөн дә хеҙмәт ветерандарының абруйы ҙур. Бына тигән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Гөлнур Хәйбулла ҡыҙы 28 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен халыҡ фольклорын үҫтереүгә арнаны. Тирә-яҡтағы ауылдарҙан боронғо халыҡ йырҙарын, бәйеттәрен, таҡмаҡтарын йыйып, фольклор ансамбле төҙөнө. Егерме йылға яҡын ансамбль республика сәхнәләрендә дан ҡаҙана, өс тапҡыр халыҡ коллективы исемен яуланы.
Ил инәһе үҙе лә, “Сәсәндәр” бәйгеһендә ҡатнашып, ҙур уңыштарға өлгәшә. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, кейемдәрен, биҙәү әйберҙәренең серен, нескәлектәрен тәрән белгән фольклорсының сығыштары уҡытыусылар өсөн бик ҡиммәт. Әйткәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Мәләүез ҡалаһында, Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт гимназияһында уҙғарылған республика конференцияһында Гөлнур Мәмлиеваның “Башҡорт ҡымыҙы” сценарийын файҙаланып, күркәм фольклор байрамы үткәрелде. Сәсәниәнең ижад архивы сценарийҙарға бай. Халыҡ йолалары буйынса ҡуйылған әҫәрҙәр мотлаҡ ошондай тәжрибәле белгестәр күҙлеге аша үтергә тейештер.
Бөтә ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған уҡытыусы оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып та эшләй. Халыҡ проблемаларын үҙ йөрәге аша үткәргән кешегә күп ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә. Айырыуса йәш парҙарға иғтибарлы ул. Айырылышыу сигенә еткән ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалыу, балаларҙы етем итмәү өсөн күңел йылыһын йәлләмәй. Ә хәҙер ни өсөн ауылдарҙа эскелек оло бәләгә әүерелде? Ғәмһеҙлек, битарафлыҡ донъяны солғап алғанға күрәме? Гөлнур инәйҙе бөгөн йәштәрҙең тайғаҡ, өмөтһөҙ юлға төшөүе бошондора. Хәйер, ил инәһен уйға һалмаған бер мәсьәлә лә юҡтыр төҫлө. Халҡы өсөн өҙөлөп йәшәгән оло йөрәкле шәхестең әйтер һүҙҙәре етерлек. Ул халыҡ йырҙарын бөтә нескәлектәре менән тойоп йырлай, шиғырҙар ижад итә. Моң-хисте, фекерҙе бикләп тотоп булмай. Һүҙ оҫтаһы, сәсәниә, уҡытыусының һоҡланғыс ғүмере ошондай йәйғорҙай нурҙарҙан туҡылған.
Һикһәнде ваҡлаған оло йөрәкле ил инәһенең халыҡҡа арналған хеҙмәте бер ниндәй ҙә үлсәүҙәргә һыймай. Рух юғарылығы менән генә үлсәнә торған хеҙмәт ул.
Фирүзә АРЫҪЛАНОВА.
Мәләүез ҡалаһы.


Вернуться назад