Өфө көндән-көн йәмләнә01.02.2014
“Комсомольская правда в Башкортостане” гәзите редакцияһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов “Комсомольская правда” нәшриәт йортоноң баш мөхәррире, генераль директоры Владимир Сунгоркин һәм баҫманың Өфөләге редакцияһы журналистары менән осрашты.


Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әңгәмә барышында Президент республикабыҙҙа социаль программаларҙың һәм инвестиция проекттарының тормошҡа ашырылыуы тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе, төбәктә транспорт инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән ниәттәр, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарына әҙерлек барышы тураһында һөйләне.
Өфөлә саммиттар үткәреүҙән республика менән халыҡ нимә алыр, тигән һорауға Рөстәм Хәмитов, “халыҡ матур, төҙөк, күркәм ҡалаға эйә буласаҡ”, тип яуапланы.
— “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры кеүек төҙөкләндерелгән мәҙәни объекттар, Нестеров исемендәге музейҙа яңы фонд һаҡлағыс барлыҡҡа киләсәк. 2014 йылда тимер юл күперенән алып автомобиль күперенә тиклем яр буйын яңыртабыҙ. 2015 йылда үткәрелгән сараға килгән дәүләт етәкселәренә йылға ярының матурлығын күрһәтергә тейешбеҙ, — тине Президент. — Аэропортта өр-яңы халыҡ-ара терминал сафҡа инәсәк.
Аэропортты реконструкциялауға 4-4,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө урамдары ла матураясаҡ. Мәҫәлән, саммиттар үткәреләсәк Конгресс-холл эргәһендәге биләмә төҙөкләндерелә. Күләмле сараның береһе бинаның өҫкө ҡатында уҙғарыла. Әле унда төрлө осрашыуҙар, ултырыштар ойошторола. Саммиттарҙың береһе түбәнге ҡатта үткәрелә. Бында ла ныҡлы реконструкция бара.
— Беҙ тейешле кимәлде тоторға, Рәсәйҙә танылыу яулаған ҡалалар тиҫтәһенә инергә тейешбеҙ. Танылғандан һуң киләһе аҙым — инвесторҙар йәлеп итеү, — тине төбәк етәксеһе.
Республика Президентының “Комсомольская правда в Башкортостане” журналистары менән тулы әңгәмәһе төбәк башлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.


Вернуться назад