“Бында ихлас һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй”01.02.2014
“Бында ихлас һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй”
Тағы ла бер йыл үтеп китте. Ғәҙәттә, яңы йылда йомғаҡтар яһала, маҡсаттар билдәләнә. Үткән йыл Сибайҙа һәр йәһәттән дә эш ҡыҙыу барҙы: торлаҡ һәм социаль объекттар сафҡа инде, төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленде. Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит СӨЛӘЙМӘНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.


– Хәлит Хәмзә улы, былтыр Сибай ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтте. Башҡа йылдарҙа булмаған бындай әүҙемлектең сәбәбе ниҙә?
– Үкенескә ҡаршы, ҡалабыҙҙа хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ әле. Юлдың 80 – 90 проценты туҙған, күп фатирлы 53 йорт авария хәлендә, егерме йыл элек төҙөлә башлаған ҡасабаларҙың ҡайһы бер урамдарында әлегә тиклем юл юҡ, һыу ҙа, газ да үтмәгән. Ҡаланы төҙөкләндереү буйынса ла байтаҡ эшләйһе бар.
Төҙөлөш өлкәһендәге әүҙемлектең төп сәбәбе – беҙ ғәмәлдәге барлыҡ дәүләт программаларында ҡатнашабыҙ. Әлбиттә, был ҡала ҡаҙнаһынан да байтаҡ сығым талап итә, сөнки хәҙер дәүләт төҙөлөшкә, башҡа эштәргә аҡсаны урындан өҫтәп финанслау булғанда ғына бүлә. Бер нисә йыл дауамында граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү, күп фатирлы өйҙәрҙе ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу селтәрҙәрен яңыртыу һәм башҡа программаларҙа ҡатнашабыҙ.
Бөгөн ҡалала барлығы 12 күп ҡатлы йорт төҙөлә, һигеҙ йортта капиталь ремонт үтте, Алтын ҡасабаһында 115 урынлыҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһына нигеҙ һалынды, тиҙҙән 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк.
Яҙын, ер ҡороғас та, юлдарға асфальт һала башланыҡ. Бындай ҙур ремонтты ҡала юлдары тиҫтә йылдан ашыу күргәне юҡ ине. Асфальт япма Ленин, Киров урамдарында, Таусылар проспектының таҡ һанлы яғында тотошлай яңыртылды. Ҡасаба урамдарына таш түшәлде. Күп ҡатлы йорттар алды биләмәләрендә – 14 йорт алдында – юлдар, автомашиналар ҡуйыу урындары ипкә килтерелде, шулай уҡ яңы асфальт һалынды.
Инженер коммуникацияларын төҙөүгә 26 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Арҡайым ҡасабаһында йәшәүселәрҙе, мәҫәлән, һыу һәм “зәңгәр ут” менән тәьмин итеү ыңғай хәл ителде. Халыҡты күп йылдар борсоған, төрлө урындарға ялыуҙар яҙырға мәжбүр иткән ҙур проблеманан ҡотолдоҡ тиһәк тә була.
Төндә ҡалаға ҡайһы яҡтан инһәң дә, ул уттары менән ҡаршы ала. Ошоға тиклем ҡараңғылыҡҡа сумған Төйәләҫ ҡасабаһы урамдарында төндә яҡты һәм хәүефһеҙ.
Һуңғы йылдарҙа ҡала иҡтисады тотороҡло эшләй. Бөтә донъяны ялмап алған дөйөм көрсөк Сибайҙы урап үтте тиергә мөмкин.
– Сәнәғәт етештереүе өлкәһендә хәлдәр нисек?
– Сибай – таусылар ҡалаһы. Урындағы сәнәғәттең тотҡаһы – тау-байыҡтырыу предприятиелары. Улар өлөшөнә етештереү күләменең 80 проценттан ашыуы тура килә. Ысынлап та, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Башҡортостан шахта үтеү идаралығы” тотороҡло эшләй, производствоны үҫтереүгә ҙур күләмдә инвестициялар һала. Мәҫәлән, Учалы комбинатының Сибай филиалы 437 миллион һум күләмендә капитал һалыуҙар үҙләштереп, 7860 погон метр шахта үтте. Шулай уҡ “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте Подольск һәм Юбилей ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә ҙур сығымдар тотона. “Башҡортостан шахта үтеү идаралығы” Вишневский ятҡылығын асыуға һәм мәғдән сығара башлауға 281 миллион һум йүнәлтте. Дөйөм алғанда, ҡала иҡтисадына 2013 йылда 2 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителде.
Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ йылдам үҫешә. Муниципаль программаға ярашлы, үҙ эшен башлаусыларға 5 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтелде. Шулай уҡ федераль программаға ярашлы ошо маҡсатта 19 миллион һум аҡса үҙләштерелде. “СибайУрманПром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йыл аҙағында ағас эшкәртеү цехын асты, ә “Урал аръяғы йылылыҡ блогы” йәмғиәте яңы төр төҙөлөш материалдары етештерә башланы. Бындай миҫалдар ҡала буйынса бихисап.
– Хәлит Хәмзә улы, ғөмүмән, үткән йыл нимәһе менән үҙенсәлекле булды?
– 2013 йылда айырып атарлыҡ сағыу ваҡиғалар булманы. Планға алынған эштәрҙе еренә еткереп атҡарып сығыу өсөн ҡала хакимиәте лә, башҡа хеҙмәттәр ҙә тырышып эшләне. Мәҫәлән, авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе яңы йорттарға күсереү өсөн генә 247 миллион һум аҡса бүленде. Төҙөүселәр тарафынан тиҙҙән туғыҙ күп ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылырға әҙерләнә. Барлығы 383 кеше торлаҡ хәлен яҡшыртасаҡ.
Юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлдек. Ҡала урамдарынан тыш, бөтөнләй яраҡһыҙ хәлгә килгән Алтын ҡасабаһы йүнәлешендәге юлда капиталь ремонт үткәрҙек. Ошо эштәрҙе сифатлы һәм ҡыҫҡа ваҡытта атҡарып сыҡҡан “СибайДорСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективына, уның етәксеһе Булат Баязитовҡа халыҡ исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә.
Үткән йыл һауа шарттары ҡатмарлы килде. Ҡойма ямғырҙар төҙөлөш, төҙөкләндереү эштәренә ярайһы ҡамасаулыҡ тыуҙырҙы. Хатта таусыларға ла байтаҡ мәшәҡәттәр өҫтәне. Шахтаның түбәнге горизонттарын һыу баҫыу ҡурҡынысы тыуҙы. Шунлыҡтан комбинатҡа өҫтәмә саралар күрергә тура килде. Ҡаланы һыу менән тәьмин иткән Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы скважиналарҙы, Төйәләҫ ҡасабаһының бер нисә урамын ташҡын баҫты. Тирә-яғыбыҙҙа урынлашҡан йылғалар йырылып китә яҙҙы. Ошо шарттарҙа ҡаланың бөтә хеҙмәттәре лә үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп, намыҫлы атҡарып сыҡты, ҙур ҡазанан имен-һау ҡотолоп ҡалдыҡ.
– Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов Сибайға һуңғы килеүендә: “Сибай – бөхтә, йәшәү өсөн ҡулай ҡала. Бында ихлас һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй. Һәр саҡ һеҙгә теләп киләм”, — тигәйне...
– Төбәк башлығының һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Көньяҡ-көнсығыш райондарының баш ҡалаһына әйләнгән Сибай бөгөн мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау үҙәге генә түгел, ә яңыса һулыш алған, яңы эш урындары булдырған, сәнәғәт предприятиелары үҫешә барған ҡеүәтле бер төбәккә әйләнә бара. Бындай ҡалала йәшәүе лә, эшләүе лә, әлбиттә, күңелле һәм уңайлы.


Вернуться назад