Яңы цехта – яңыса01.02.2014
Яңы цехта – яңыса
“2012 — 2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең ҡыҫҡа сроклы комплекслы программаһы”на ярашлы, инвесторҙар йәлеп итеү, эш урындары булдырыу, яңы производстволар асыу ҡаралғайны. Программа үҙ маҡсатына тулыһынса өлгәште тип әйтә алмаһаҡ та, аҡрынлап булһа ла һөҙөмтәләр күренә башланы. Шуларҙың рәтенә “СибайУрманПром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә Рәсәйҙә 20 йылдан ашыу ағас эшкәртеү ҡорамалдары менән эш иткән “Глобал Эдж” компанияһының берлектәге эшмәкәрлеген индерергә мөмкин.


Яңы цехта – яңысаСибай ҡалаһында ғына түгел, хатта республикала тәүгеләрҙән булып юғары технологиялы ағас эшкәртеү ҡорамалдары булған яңы производство барлыҡҡа килде. Уларҙың барыһы ла сит илдән ҡайтарылған, көйләү өсөн “MS Mashinenbau» немец компанияһы белгестәре йәлеп ителгән. Проект үҙ эсенә шәхси ҡаҙанлыҡты һәм бер юлы 600 кубометр ағасты киптереү комплексын ала. Был бигерәк тә экологик яҡтан отошло, сөнки ҡаҙанлыҡ тулыһынса ағас ҡалдыҡтары ярҙамында эшләй. Ағас юнысҡылары махсус торбалар аша тура ҡаҙанлыҡҡа оҙатыла. Бындай үҙенсәлекле итальян ҡаҙанлығы производство ҡалдыҡтарын утилләштереү сығанағы булып та хеҙмәт итә. Яғыулыҡ камераһында температура 1100 градусҡа тиклем барып етә. Бындай ҡеүәт менән ҡаланың ике-өс биҫтәһен йылытырға мөмкин булыр ине.
Яңы барлыҡҡа килгән предприятие төҙөлөштә ҙур һорау менән файҙаланылған иҙән таҡталары, блок-хаус, евровагонка, йөҙлөктәр, плинтус һәм башҡа кәрәкле материалдар етештерә. Заманса һәм юғары технологияларға эйә булған ҡорамалдар менән махсус уҡытылған хеҙмәткәрҙәр эшләй.
“СибайУрманПром” йәмғиәте директоры Андрей Ивашечкин әйтеүенсә, етештерелгән продукцияның иҫәпләү күрһәткестәре 18 мең кубометр тәшкил итә. Уртаса хеҙмәт хаҡы — 40 мең һум тирәһе. Яҡынса йөҙгә яҡын эш урыны буласаҡ. Эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп, әммә уларҙың күбеһе кәрәкле һөнәргә эйә түгел. Шуға күрә предприятие етәкселеге ҡаланың 24-се һөнәрселек лицейында ағас эшкәртеү буйынса махсус ике төркөм асып, үҙҙәре өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләп сығарыу ниәте менән яна. Әйткәндәй, был төҙөлөш өсөн 200 миллион һум инвестиция һалынған.
Киләсәктә яңы асылған ағас эшкәртеү һәм ағас изделиелар етештереү буйынса производство бар ҡеүәтендә эшләр, экологик яҡтан таҙа һәм хәүефһеҙ төҙөлөш материалдары баҙарҙа ҙур һорау менән файҙаланылыр, иң мөһиме — һатып алыусыларын табыр тип ышанғы килә. Бының өсөн бар шарттар тыуҙырылған.


Вернуться назад