Йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм белем биреүҙә ҡала мәктәптәре хәҙер башлыса яңы технологияларға таяна, төрлө концепциялар өҫтөндә эшләй, заманса информацион алымдар ҡуллана. Республика буйынса ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, йылдан-йыл юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Күптән түгел ҡаланың 12-се мәктәбе “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” Бөтә Рәсәй конкурсынан оло еңеү менән ҡайтты. Уҡыу йорто алтын миҙалға лайыҡ булһа, директоры Ғилминур Ғәйнуллина “Йыл директоры-2013” почет билдәһе менән бүләкләнде.
Бөгөн белем усағында төрлө милләтле 892 бала уҡый.
– Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын Рәсәй буйынса үткән төрлө проекттарҙа ҡатнашып, гел призлы урындар яулайбыҙ, – ти мәктәп директоры Ғилминур Йыһанша ҡыҙы. – Былтыр “Школа цифрового века” конкурсы еңеүсеһе булһаҡ, уҡыусыларыбыҙ “Олимп” халыҡ-ара уҡыусылар олимпиадаһында ҡатнашып, тәүге урындарҙы яуланы, төрлө диплом, грамоталарға лайыҡ булды. Силәбе ҡалаһында уҙғарылған “Вокалистика” эстрада-джаз йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсында алтынсы класс уҡыусыһы Лидия Маркова 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Шулай уҡ ҡала һәм республика олимпиадаларында һәр саҡ призлы урындар яулайбыҙ.
Коллектив йәш быуынға белем биреп кенә ҡалмай, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бирә. Бында ватансылыҡ, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү мәнән бер рәттән, сәләмәт тормошто пропагандалау, йәш таланттарҙы табыу, уларҙы үҫтереү буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла.