Иртә таңдан урам таҙартыусыларҙың хеҙмәтен күргән һайын Тимер Йосоповтың бер шиғыры хәтергә төшә. Шағир яҙғанса:
“Әйтерһең, Ер шарын таҙарта,
Таҙарта был ҡатын сүптәрҙән”.
Бер ҡулына – һепертке, икенсеһенә көрәк тотҡан нескә билле, бәләкәй кәүҙәле был ханымдың оҙаҡ йылдар урам таҙартыусы булып эшләүенә ышанырлыҡ та түгел. 2006 йылдан алып Хәмиҙә Игишева ҡаланың торлаҡ-хужалыҡ идаралығының 3-сө участкаһын хеҙмәтләндерә. Уның ҡарамағында — дүрт-биш ҡатлы йорт биләмәһе. Һәр иртән һайын, ҡар яуамы, ямғырмы, буранмы, томра эҫеме, һауа шарттарына ҡарамай, үҙ биләмәһен таҙартып ҡуя. Күптәр уның тилберлегәнә хайран ҡала.
– Ауылда тыуып үҫкәнгәме, эштең ауырлығы тойолмай, – тип йылмая Хәмиҙә Морат ҡыҙы. – Баштараҡ эш тапҡансы тип урынлашҡан инем, өйрәнеп киттем. Хәҙер башҡа ергә күсеү хаҡында уйлаған да юҡ. Коллектив татыу, мастерҙар беҙҙе аңлап тора, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр. Урамдарҙы таҙа тоторға тырышһаҡ та, ҡайһы берәүҙәрҙең ошо матурлыҡты боҙоуы ғына күңелде бер аҙ ҡыра. Тәҙрә аша сүп-сар ырғытыу, урамда ҡыйлы пакеттарын ҡалдырып китеү кеүек күренештәр көн һайын тиерлек осрай. Һәр кем кеше хеҙмәтен ихтирам итергә өйрәнһә, беҙгә лә, ҡалала йәшәүселәргә лә яҡшыраҡ булыр ине.