Оҫтаның тоғролоғо01.02.2014
Оҫтаның тоғролоғо
Бөгөн ул — үҙенең эштәре генә түгел, ә уҡыусыларының ҡаҙаныштары менән дә ғорурлана алған ғалим-табип. Биографик белешмәләрҙәге яҙмаларға туҡталмайынса бер нисә миҫалды ғына иҫкә төшөрөп киткем килә. Академик Аҙнабаев тәҡдиме менән республика райондарында ғына түгел, сит өлкәләрҙәге милләттәштәребеҙгә лә күҙ ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау буйынса ярҙам күрһәтелде. Илһамланып, үҙ эшен яратып башҡарған, Гиппократ антына тоғро ҡалған табиптар ғына батырсылыҡ итә торғандыр бындай изге эшкә. Ысын профессиональ маһирлығы был, Марат Талғат улы! Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, хатта хайран ҡалырлыҡ.


1991—1992 йылдарҙа тотош СССР-ҙа ойошторолған "Күреү һәләтенән мәхрүм балалар" акцияһы ла — табиптың ниәте менән алып барылған эштәрҙең береһе. Был — бер булһа, икенсенән, ғалимдың эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә Өфөлә яһалма күҙ яҫмығы етештерә башлайҙар һәм уларҙы ҡулланалар. Күҙ ауырыуҙарынан яфаланған кешеләрҙең күреү һәләтен яҡшыртыуҙа был ҙур асыш була.
Өсөнсөнән, Марат Талғат улы йәмәғәт эштәрендә лә һәр саҡ әүҙем: матбуғат баҫмаларын алдырып ҡына ҡалмай, башҡорт һүҙҙәренең дөрөҫ әйтелешен, ҡулланылышын өйрәнә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, әүҙем эш алып бара. Ҡайһы саҡ хатта сәйер булып тойола торғайны: ул редакцияға шылтыратып, теге йәки был һүҙҙең нисек яҙылышы, ҡулланылышы хаҡында фекер алыша. Фиҙакәр эшенең, уйланыуҙарының һөҙөмтәһе булып, 2004 йылда "Русско-латинско-башкирский толковый словарь офтальмологических терминов", 2007 йылда "Русско-латинско-башкирский толковый словарь медицинских терминов" (840 битлек) ғилми хеҙмәттәре китап булып донъя күрҙе. Улар медицина өлкәһендә генә түгел, ә һүҙлектәр донъяһы өсөн дә яңылыҡ булды.
Марат Талғат улы хаҡында яҙыуым беренсе тапҡыр түгел, шуға башта мәҡәләнең исемен нисек тип атарға ла белмәй аптырап ҡалдым. Ул — ҙур профессиональ, шул уҡ ваҡытта бер урында ғүмере буйына хеҙмәт итеүсе лә. Фиҙакәрлеге, хеҙмәтенә тоғролоғо һоҡландыра, ул әле лә ошо эше хаҡында оҙайлы әңгәмәләр ҡора ала, кешеләр менән аралашып, ҡайнап йәшәй. Был юлдар ҡоро һүҙ, сөсө телмәр өсөн әйтелмәгәнлеген замандаштары тойоп торалыр, тим.
Юбилейы алдынан милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесе менән әңгәмәләшеп алдыҡ.
— Ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ байрамығыҙҙы, Марат ағай? Һуңғы йылдарҙағы яуланған үрҙәрегеҙ хаҡында иҫкә төшөреп китәйек әле.
— 2011 йылда ике уҡыусым менән берлектә "Күҙ патологияһы атласы"ын әҙерләгән һәм баҫтырып сығарған өсөн республиканың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ булдыҡ. Ошо атлас икенсегә 2013 йылда Мәскәүҙә С. Федоров исемендәге ғилми нәшриәттә донъя күрҙе. Урыҫ һәм инглиз телдәрендәге был китап анатомия принцибына нигеҙләнгән: туғыҙ бүлектән тора һәм уға күҙ ауырыуҙарына ҡағылышлы 918 төҫлө, аҡ-ҡара 47 фотоһүрәт индерелгән. Атластың сығыуы ла, дәүләт кимәлендә билдәләнеү ҙә ҙур ваҡиға булды, минеңсә. Атлас — күҙ табиптары өсөн генә түгел, медицина вузы студенттары өсөн дә бик кәрәкле әсбап. Әле шуны таратыу менән дә мәшғүлмен: әгәр элегерәк баҫмалар китапханалар аша тотош Рәсәй, БДБ халҡына барып етһә, хәҙер хәл башҡасараҡ. Автор китабын таратыу менән башлыса үҙе шөғөлләнә. Бынан тыш, офтальмология өлкәһендәге кәңәшмәләрҙә, халыҡ-ара, донъя симпозиумдарында даими ҡатнашып, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, яңы ысулдар үҙләштерәбеҙ. 2010 йылда — Парижда, 2011 йылда — Венала, 2012 йылда — Миланда, былтыр — Амстердамда, Төркиәлә уҙған Европа кимәлендәге конгрестарҙа доклад менән сығыш яһаным һәм фәнни эштәремде баҫтырып сығарҙым.
— Республикалағы офтальмология үҫешен Рәсәйҙә юғары баһалайҙар. Һеҙҙең фекерҙе лә ишетке килә.
— Ысынлап та, шулай. 2000 йылда уҡ Рәсәй офтальмологтары съезында академик С. Н. Федоров беҙҙең эште офтальмология флагманы тип билдәләп киткәйне. Элек-электән Өфө күҙ ауырыуҙары институты алдынғы сафта барҙы. Хәҙер ҙә ошо яуланған үрҙән түбән төшөргә ярамай, шуға бөгөн коллегаларға ҙур бурыс, яуаплылыҡ йөкмәтелә: юғарылыҡты һаҡлау, кадрҙар әҙерләү, дауалау, диагностиканың яңы алымдарын эҙләп табыу, ошо өлкәләге яңылыҡтарҙы башҡаларҙан үҙләштереү. Институттың маяҡ булып тороуы нимәгә бәйле? Беҙҙә ҡорамалдар юғары сифатлы, үҙебеҙ әҙерләгән белгестәр эшләй, теория менән бергә практика ла тығыҙ үҫешкән, күҙгә иң ауыр операцияларҙы яһайбыҙ. Киләсәктә бына ошо кимәлде төшөрмәҫкә!
— Донъя офтальмологияһының иң ҙур ҡаҙанышы нимәлә?
— Был фәндең үҫеше үҙенә генә бәйле түгел. Офтальмология — физика, химияның асыштарына, төрлө яңы материал уйлап табыуға, ошо өлкәгә ҡағылышлы яңылыҡтарға тығыҙ бәйләнеп үҫкән фән. Ҡасан ғына әле лазер, ультратауыш күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа ғына түгел, бөтөнләй ҡулланылмай ине. Ә хәҙер оҙайлы йылдар инде, был ысулдарҙы файҙаланып, операциялар эшләнә, инженерҙар менән бергә яңы аппаратура уйлап табабыҙ. Фән алға барған һайын, яҡшы уңыштарға ирешәһең, яңы үрҙәр яулайһың. Бөгөн офтальмология бик насар күргән кешеләргә лә күреү һәләте бүләк итте.
— Һеҙҙе, йәмәғәт эшмәкәрен, бөгөн республика тормошонда борсоған мәсьәләләр бармы?
— Беҙгә үҙебеҙҙең кадрҙарҙы әҙерләү хаҡында ныҡлы хәстәрлек күреү мөһим. Төрлө өлкәләге һәр ғалим, һәр профессор киләсәк өсөн яңы быуын әҙерләүҙе үҙенең төп бурысы һанаһа ине! Етәксе кадрҙар хаҡында төптән уйлау кәрәк. Башҡортостан белгестәре үҙ төбәгенең патриоты булыр ине, тигән фекерҙәмен.
Етештереү мәсьәләһе лә етди ҡараш талап итә. Бер көн магазинда иҙән йыуа торған швабра һабының Польшала етештерелеүе күҙгә салынды. Аяҡ аҫты тулы бит ағас: юҡ, беҙ уны ситтән ташыйбыҙ. Ана шундай, бер ҡараһаң ваҡ кеүек тойолған мәсьәләләр эш проблемаһын хәл итергә ярҙамлашыр ине.
— Медицина хеҙмәткәрҙәренең һуңғы йылдарҙа эш хаҡы артты, шарттар ҙа яҡшыра, әммә халыҡ медицина ярҙамынан һаман ҡәнәғәт түгел.
— Ризаһыҙлыҡ һәр саҡ булыр ул. Әммә барыбер әле илдә дәүләт тарафынан медицина ярҙамы юҡҡа сығарылмаған. Медицина хеҙмәткәрҙәре бөгөн ҡулынан килгәнсә халыҡҡа ярҙам күрһәтә. Ҡулынан килгәнсә, тип ҡабатлап әйтәм. Медицина вуздарында йәштәр күпләп белем ала. Йыл һайын 700 белгес әҙерләйбеҙ, әммә уларҙың күбеһе табип булып эшләмәй, аҡсалы, килемле юлды һайлай. Шуға ла бит инде төбәктәргә, райондарға, ауылдарға эшкә барырға теләк белдергән йәштәргә бер миллион һум күләмендә ярҙам бирергә мәжбүр булдылар. Был – һәйбәт алым, әммә акция формаһында ғына ҡалмаһа ярар ине, тип борсолам. Медицина өлкәһенең һәр саҡ дәүләттең төп хәстәрлегендә булыуы бик мөһим. Сәләмәт кешеләр генә иле өсөн файҙалы була ала.
— Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң кәрәкле проект йәки закон нимә хаҡында булырға тейеш?
— Райондарҙа, урындарҙа фельдшер пункттары, медицина учреждениелары ябылды. Штат ҡыҫҡарҙы, дауаханаларға ла йоҙаҡ эленде. Ауыл, ҡасабаларҙағы халыҡ бик ауыр хәлдә ҡалды бит. Уҙған быуаттың колхоз һәм совхоздар тарҡатылған 90-сы йылдарында халыҡ Өфөгә килеп дауалана алмағас, беҙ төбәк-ара микрохирургия үҙәктәре астыҡ. Улар бөгөн дә эшләй. Яңауыл, Малаяҙ, Туймазы, Сибай, Учалы ҡалаларында халыҡты юғары кимәлдәге белгестәр ҡабул итә. Урындарҙа халыҡ ярҙамға мохтаж, медицина учреждениелары уларҙы яҙмыш ҡосағына ташларға тейеш түгел. Бына ошо хаҡта булһын ине медицина өлкәһенә ҡағылышлы яңы проект. Һәр төбәктә, моғайын, проблемалар ҙа үҙенсәлер, әммә, дөйөм алғанда, халыҡ мәнфәғәттәренән ситләшергә тейеш түгел медицина.
— Әле нимә менән шөғөлләнә ғалим Аҙнабаев?
— Кеше ғүмере бит миҙгелдәргә бүленгән. Үҙем тураһында фекер йөрөтөп әйтәм: мәктәптә уҡыу, вузда белем алыу, аспирантура, уҡыта башлау, административ эшкә күсеү һәм башҡалар... Бөгөн йәштәргә белем бирәм, тәжрибә уртаҡлашам, табиптар, белгестәр тәрбиәләйем, ғалимдар әҙерләйем. Әле шундай йәнле, ижади осор кисерәм. Үҙ уҡыусыларым булыуы, уларҙың төрлө илдәрҙә, Рәсәй төбәктәрендә уңышлы эшләүе, бигерәк тә Башҡортостанға файҙа килтереүе — минең өсөн оло ҡыуаныс. Тағы ла бер ҙур шатлығыбыҙ бар — тәүге ейәнсәрем Карина. Беҙҙең халыҡ "Балаңдың балаһы балдан татлы" тип юҡҡа ғына әйтмәй икән ул. Йәш тә һигеҙ айлыҡ ҡыҙыҡай беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә, һөйкөмлө, илгәҙәк бала. Яратып туймайбыҙ үҙен! Сабыйҙың нисек донъяны асыуын күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы тойола миңә.
Оҙаҡламай Өфөлә, Башҡортостандың Милли музейында "Академик Аҙнабаев: тормошо һәм ижад юлы" тигән экспозиция эшләй башлаясаҡ. Кемдәргә ҡыҙыҡлы, рәхим итһендәр! Көнөм эш менән, кешеләр менән тығыҙ бәйләнгән, шуға күрә ҡартайырға, эс бошорға ваҡытым юҡ.


Вернуться назад