Рух ташып тора бында01.02.2014
Рух ташып тора бында
Ниндәй уҡыу йортон ғына алма, һәммәһенең йөҙөн билдәләрҙәй үҙенсәлеге бар. Кемдер уҡытыуы буйынса алға киткән, кемдер тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бирә, иҫең китерлек яҡшы шарттар булдырыу менән дә өлгөлө булғандар бихисап. Шул уҡ ваҡытта комплекслы үҫеше менән маҡтанырлыҡ белем усаҡтары ла юҡ түгел. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты ла – һәр яҡлап та алдынғы булған уҡыу йорттарының береһе. Өҫтәүенә, рух та ташып тора әле был йортта!
Бындай үҫеш кимәленә етеү серҙәренә бер аҙ төшөнөү маҡсатында лицейҙың директоры Гөлшат ӘХМӘТОВАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.


– Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы, лицей-интернаттың уңыштары тос ҡына. Бының сере нимәлә?
– Һәр һөҙөмтә хеҙмәт емешенән ғибәрәт. Коллективтың берҙәм булып, тырышып эшләүенән, үҙ бурысына яуаплы ҡарауынан килә был – сере ябай ғына. Барыһын да бер идея берләштерә – юғары аң-даирәле, рухи ҡиммәттәрҙе үҙендә һеңдергән шәхес тәрбиәләү! Уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең һәр уҡыусыны үҙ балаһылай күреүе, уларҙың күңел нескәлектәрен оҫта тойоуы, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, профессиональ оҫталығы баланы тырышып уҡырға әйҙәй. Әйтергә кәрәк, шәхес тәрбиләүҙә шәхси миҫал да һуңғы урында түгел – бына нисек баһалар инем коллективты. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыға ла талаптар юғары: тыуҙырылған шарттарҙың ҡәҙерен белеп кенә уҡырға һәм үҫешергә.
Күтәрелгән кимәл бер ни тиклем яуаплылыҡ ҡына өҫтәп ҡалмай, уңайлыҡтар ҙа тыуҙыра. Ҡала власының лицейҙағы йола-ҡанундарҙың һаҡланып ҡалыуына ыңғай баһа биреүе, һәр башланғыста ярҙам ҡулы һуҙыуы хаҡында ла әйтмәй булдыра алмайым.
– Ҡатын -ҡыҙ булараҡ, малайҙар ғына уҡыған лицейҙа директор булыуы ауырҙыр…
– Ир кеше – һәр саҡ ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ! Нимә генә тимә, ҡатын ғаилә – тотҡаһы булһа, ир – донъя тотҡаһы. Шуның өсөн тормошобоҙҙа ир-егеттең баһаһы төшмәҫкә тейеш. Ир баланың күңеле, бәлки, күптәр аптырар, нескә лә, минеңсә. Һәр ваҡ-төйәккә иғтибар биреү зарур. Әйтелгәндәр – эш урынымда төп ҡанун! Ә кешегә хөрмәт менән ҡараған урында һине лә бер һүҙһеҙ аңлайҙар.
– “Ир-егет” темаһын дауам итеп, шау малайҙар тәрбиәләнгән ерҙә улар йәмғиәттән ситләшә, гел генә уҡыуға, фәнгә бирелеп ялҡып та китеүҙәре ихтимал, тиҙәр…
– Лицейҙы тамамлағандар тормошта үҙ урынын табып, матур итеп ғаилә ҡора, балалар үҫтерә, яҡшы эшләй (араларында етәкселәр күп), халҡына хеҙмәт итә. Киреһенсә, рухи яҡтан ныҡ, тимәксемен. Әлбиттә, күптәр лицей-интернатты башҡасараҡ күҙ алдына килтерәлер. Әммә беҙҙең уҡыусылар тырышып белем дә ала, фән менән дә ҡыҙыҡһына (роботтар яһаусылар бар хатта), спорттан да ситтә түгел, шул уҡ ваҡытта мәҙәни усаҡтарҙан өҙөлгән юҡ, теләгәндәр өйҙәренә лә ҡайтып килә. Ғөмүмән, ундай фекер төптән хата, тип уйлайым. Лицей-интернат – балаларҙың мөмкинлектәрен үҫтереүсе белем усағы. Хәйер, уңыштарыбыҙ һәм уҡыу йортон тамамлаусылар быға асыҡ дәлилдер.
– Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы, уҡыу йортонда төрлө милләт вәкилдәре бер туғандай булып, кинәнеп белем ала…
– Эйе. Лицейҙа башҡорт та, урыҫ та, сыуаш та уҡый. Бынан тыш, ҡала балалары ғына түгел, башҡа район, икенсе төбәктән дә ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ. Башҡорт теленә, донъяһына, башҡорт рухлы уҡыу йортона ҡыҙыҡһыныу арта икән – беҙҙән дә бәхетлеләр юҡтыр.


Вернуться назад