Тауҙар араһында мәсет бар12.01.2012
Күптән түгел Межгорье ҡалаһы менән Татлы ауылы араһында иман йорто — мәсет асылды. Был тантанала ололар ҙа, йәштәр ҙә ҡатнашты. Тәүге һүҙ Заһир Шәнгәрәевкә бирелде, сөнки ул ауылыбыҙҙың ихтирамлы кешеһе, ике тапҡыр Мәккәгә хаж ҡылған.
Унан һуң Межгорьеның 30-сы төҙөлөш идаралығы етәксеһе Владимир Абдрамчук телмәр тотоп, халыҡты байрам менән ҡотланы, бында төрлө милләт вәкилдәренең тыныс йәшәүенә шатлығын белдерҙе.
Заһир мулла уға рәхмәт билдәһе итеп Ҡөрьән китабын, маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Мәсеттең төҙөлөшөнә баштан аҙағына тиклем етәкселек итеүсе Сабир Сәйетғәлин дә шундай уҡ грамотаға лайыҡ булды.
Белорет ҡала һәм район мөхтәсибе Исмәғил хәҙрәт тә изге байрам менән ҡотланы, вәғәздәрен халыҡҡа еткерҙе.
Мәсеттә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн тәғәйенләнгән залдар бар. Иҙәндә күҙ яуын алырҙай балаҫтар, тәҙрәләрҙә — матур ҡорғандар. Иман йорто тәбиғи газ менән йылытыла, һыу ҙа үткәрелгән.
Мәсетте төҙөүҙә төрлө ойошма етәкселәре ярҙам итте. Шул уңайҙан Альберт Мәжитовҡа, Зариф Мозафаровҡа, Рәйес Яҡшыбаевҡа, Рәйсә Хөбөтдиноваға, Ғилман Ситдиҡовҡа айырыуса рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәгәндәр халҡыбыҙҙа. Мәсеткә Әстрхан, Курск ҡалаларында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа ярҙам күрһәтте.
Яңы төҙөлгән иман йортона “Илмәш” тигән исем бирергә ҡарар иттеләр, сөнки ул — ауылыбыҙға нигеҙ һалған шәхес. Был көн ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде. Уның хөрмәтенә ҡорбан да салынды. Тантананан бар халыҡ рухын байытып, һөйөнөп таралышты. Алла бирһә, киләһе көндәрҙә мәсетебеҙ гөрләп торор, ә йәштәребеҙ эсеп-туҙып йөрөүҙе сафланыуға алмаштырыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
З. ФӘТҠЕЛИСЛАМОВА.
Белорет районы.


Вернуться назад