Һалдат ҡайышы булды билендә01.02.2014
Яуҙа һәләк булғандарҙың наградалары тураһында мәғлүмәттәр юҡ дәрәжәһендә. Шулай ҙа пулеметсы Ильяс ағай Рәхмәтуллиндың немец һалдаттарын нисек ҡырып һалыуы хаҡында Иҫке Собханғол ауылындағы хеҙмәттәше Әйүп Әбдрәшитовтың һөйләгәненән билдәле.
1942 йыл. Воронеж фронты оборонала тора. Беҙҙең өсөн һуғыштың уңышһыҙ барған мәле. Ул дәүерҙә орден түгел, миҙал алыусылар ҙа һирәк күренеш була. Ә Ильяс ағайҙы батырлығы, мәргәнлеге өсөн командование Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләй, уны башҡаларға өлгө күрһәтеүсе яугир тип атай.
Ауылдашым Ғәлимйән Ғәлиндең хәтирәһенән бер өҙөк: “Ильяс йыш ҡына: “Үлһәм дә, улым ғорурланырлыҡ награда алып үләсәкмен”, — ти торғайны. Тәки Ҡыҙыл Байраҡ ордены алыуға өлгәште”.
Ильяс ағай 1944 йылдың 6 ғинуарында Витебск өлкәһенең Городок районында һәләк була. Был хаҡтағы мәғлүмәт Хәрби комиссариатта һаҡлана. Уға 75-се гвардия уҡсылар полкының командиры полковник Сергеев һәм штаб начальнигы капитан Мәүлитов ҡул ҡуйған. Батырҙарса һәләк булған яугирҙе ауылдаштары онотмай. Нәби ауылындағы оло урамдың Ильяс Рәхмәтуллин исеме менән аталыуы ана шул хаҡта һөйләй.
Һалдат халҡы яратып "Катюша" тип йөрөткән гвардия минометы менән бик күп фашистың башына етеп, япондарға ҡаршы һуғышта ла ҡатнашҡан Зиннур ағай Хисмәтуллин хаҡында ни тиһең инде. Фронттың алғы һыҙығында командирҙары уның күкрәгенә хәрби наградаларҙы аҙ таҡмаған. Ә бер хәрби миҙалы, егерме биш йыл аҙашып йөрөгәндән һуң, 1970 йылда ғына эйәһен “эҙләп тапты”.

Яңы рәйес яңыса һеперә


Һуғыштан ҡайтҡас, Әйүп ағайға ирәйеп ял итергә форсат теймәй. Тиҙҙән уны Нәби ауылы халҡын берләштергән "Партизан" колхозының рәйесе итеп һайлайҙар. Уның етәкселегендә хужалыҡ үҙенең һуғышҡа тиклемге данын кире ҡайтарҙы. Ул саҡта рәйес Зәйнәғәли Сәфәрғәлин етәкселегендә “Партизан” колхозы мул уңыш үҫтерә. Колхозсылар хеҙмәт көнөнә тонналап-тонналап иген ала. Күптәр уны хатта ҡайҙа ҡуйырға белмәй.
Мал фермалары күпләп төҙөлә. Колхоздың төҙөлөш бригадаһы ауылда стандарт проект буйынса бер иш йорттар һала. Халыҡ иркен йәшәүгә күсә. Шул арҡала колхозсылар һуғыш осоронда әллә ни бирешмәй. Һәр хәлдә, күрше-тирәнән айырмалы, тәҙрәләренә арҡыры таҡта ҡағып, ауылдан ситкә күсеп китеүселәр булманы. Киреһенсә, сит ауыл егеттәренә тормошҡа сыҡҡан апайҙар балалары менән Нәбигә кире ҡайтып, туғандарына һыйынып йәшәне.
Зәйнәғәли апа яуҙан ҡайта алманы. Әйүп ағай, асылда, ул башлаған эште дауам итеүсе булды. Колхозға уңышлы етәкселеге өсөн Ә. Һатыбалов Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Стәрлетамаҡта ауыл хужалығы техникумында уҡып ҡайтҡас, ул бер аҙ Байғаҙыла колхоз рәйесе булып торҙо. Шунан һуң Иҫке Монасип, Яңы Монасип, Нәби, Тимер һәм Байғаҙы ауылдарын берләштереүсе эреләтелгән колхозға етәкселек итте.
Яңы рәйес эште яңыса ойошторҙо. Хужалыҡ теҙгене уның ҡулына эләккәс тә, халыҡтың тормошо күҙгә күренеп үҙгәрә башланы. Районда тәүгеләрҙән булып йорттарҙы электр яҡтылығы балҡытты, сөнки колхозда электр станцияһы эшләй башланы. РТС менән берлектә хужалыҡ кәрәкле механизаторҙарҙы үҙе әҙерләргә тотондо. Уның тырышлығы менән нәбиҙәр клублы булды. Ике бригадала мәктәп төҙөтөү хәстәрлеген дә күрҙе рәйес. Колхоз районда беренсе булып эш хаҡын аҡсалата түләүгә күсте.
Йәй көнө – һыбай, ҡышын – санала, бригаданан-бригадаға, ферманан-фермаға, йәйләүҙән-йәйләүгә кем йөрөй тиһәң, Әйүп ағайым булды. Ҡырыҫ Урал һыртындағы (ҡырыҫ, сөнки күнәк төбөндә ҡалған һыу йәйен дә таң атыуға боҙға әүерелә) Һәүнәкташ аҫтындағы йәйләүгә барғанында, төнгә ҡалып, ҡырҙа ҡунырға мәжбүр булғанында айыу менән йөҙмә-йөҙ осрашҡан сағы ла иҫтә.
Әйүп Әбделхәким улы өсөн колхоз хәстәре беренсе урында торҙо. Ғаилә, бала тәрбиәләү мәшәҡәттәре менән йор һүҙле Кинйә еңгәбеҙ шөғөлләнде. Бер саҡ ауыл Советы сәркәтибеме, әллә профком рәйесеме:
– Әйүп Әбделхәким улы, баларығыҙ нисәү әле һеҙҙең? – тип һорағас, ағайым иҫенә төшөрөргә тырышып:
– Туҡта, нисәү булып китте һуң әле: Рабиға, Рауил, Рафиҡ, Рая, Рәмилә, Рәсимә, Рәмилә... Етәү шикелле, – тип ҡуйған. Бөтә балаларына ла “Р” өнөнән башланған исем ҡушыуының ғилләһе лә бар, Рабиғаның ошо өндө асыҡ ҡына әйтә алмауын иҫтә тотоп, уны йышыраҡ ҡулланып, дөрөҫ әйтергә өйрәнһен өсөн башҡа балаларына ла “Р” өнөнән башланған исем ҡуштырған.
Әйүп ағайымдың ошо һүҙҙәрен ҡыҙыҡ күреп, колхозсылар йыш ҡына телгә алыр ине. Рәйестән уңыуына, уртаҡ хужалыҡ эшенә уның шул ҡәҙәр бирелеүенә һөйөнгән ауылдаштары етәкселәрен юғары баһаланы. Районда тәүге булып колхозға өр-яңы еңел машина алыуға өлгәшкән рәйес менән нисек ғорурланмайһың?!

Илле йыл үтһә лә, онотмайҙар


Өс тапҡыр әрме сафында булып, һуғыштарҙа ҡатнашып тән яралары алған, алһыҙ-ялһыҙ көсөргәнешле эшләгән етәксенең һаулығы ныҡ ҡаҡшай. 1963 йылдың яҙында табиптар Әйүп ағайҙы дауаханаға ятырға мәжбүр итә. Унда ла тынғы белмәй колхоз рәйесе. Палатаһына телефон ҡуйҙырта. Түшәктә ятҡан еренән яҙғы сәсеү эштәренә етәкселек итә. Шул йылдың майында ағайыбыҙ мәңгелеккә күҙен йома...
Биленән һалдат ҡайышын һалмаған яугир, оҫта етәксе һәм коммунист Әйүп Әбделхәким улы Һатыбалов 50 йәшендә генә вафат булды. Уны ҡайтмаҫ ергә оҙатыуға күрше ауылдарҙың халҡы ғына түгел, бөтә Белорет районы (ул саҡта Н.С. Хрущевтың сираттағы реформаһы арҡаһында Бөрйән ошо районға ҡарай ине) вәкилдәре лә, етәкселәре лә ҡатнашты. Шунда Нәбиҙең үҙәк урамына уның исемен биреү тураһында һүҙ сыҡты. Был теләк ғәмәлгә ашты. ВЛКСМ-дың район комитеты ҡарары менән Нәби мәктәбенең пионер дружинаһына ла Әйүп Һатыбалов исеме бирелде. Ауылдаштары уның тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләне. Былар барыһы ла Әйүп Әбделхәким улы Һатыбаловтың оло абруйы, уға халыҡтың сикһеҙ хөрмәте хаҡында һөйләй.

Зәки СӨЛӘЙМӘНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
мәғариф ветераны.


(Аҙағы. Башы 16-сы һанда).


Вернуться назад