"... Унда барған кеше имен булыр"
"Әл-Ғимран" сүрәһенән.
Ибраһим ғәләйһис-сәләм Хоҙайҙың яратҡан пәйғәмбәре булған, шуға күрә лә Хаҡ Тәғәлә уға ниғмәтте лә, һынауҙы ла күп ебәргән.
...Балалары булмағас, иренең нәҫеле өҙөлөү ихтималлығына эстән ҡайғырып йөрөгән ҡатыны Сара уға бер көн: "Пәйғәмбәрһең, тамырың һаҡланырға тейеш. Баланы һиңә, бәлки, берәй йәш ҡатын табып бирер", — тип тәҡдим итә һәм Һәжәр исемле һылыу ҡыҙ менән никах уҡытырға өгөтләй башлай. Был һүҙҙәрҙе кире ҡаҡмаған Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең икенсе ҡатынынан улы тыуа. Балаға Исмәғил тип исем ҡушалар.
Әммә пәйғәмбәрҙең бәхете оҙаҡҡа бармай: Сараның күңеле көнсөллөк утында яна башлай. "Һәжәрҙе балаһы менән бергә сүллеккә алып барып ташла! — тип бойора ул бер көндө иренә. — Улар араһында йәшәй алмайым!"
Ибраһим улын, йәш ҡатынын алып, сүллеккә юллана. Бара торғас, ике ҡалҡыулыҡ араһында туҡтап, намаҙ уҡып, Аллаһ Тәғәләнән: "Эй, Раббым, ҡәҙерлеләремде Һинең ҡарамаҡҡа ҡалдырам. Уларға ризыҡ, һыу, йәшәү урыны насип итһәңсе", — тип ялбарып үтенә. Ғаиләһенә сытыр ҡороп, күпмелер ваҡытҡа етерлек һыу, тормош кәрәк-ярағы биреп, ҡайтырға сыға. "Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ошонда ҡалдырырға әмер бирҙеме ни?" — тип илаулаған ҡатыны, "Эйе!" тигән яуапты ишетеп, тыныслана: "Ярай, улай булғас. Хоҙай беҙҙе һаҡлар".
Йәш әсә эҫе сүллектә, әҙәм заты күренмәгән ерҙә икеһе генә тороп ҡалғас, балаһын ҡосағына ҡыҫып-ҡыҫып ала ла, уны сытыр эсенә һалып, йәшәү сығанағы күренмәҫме тип, яҡындағы тауға үрмәләй, унан икенсеһенә йүгереп менә... Ошолай ике арала ҡаңғырып йөрөгән мәлендә аҫҡа ҡарап, йөрәге жыу итеп ҡала: бала йоҡлап ятҡан сытыр янына ҙур ҡанатлы ҡош килеп ултырған! Ул тырнаҡтары менән ҡомдо ҡаҙа, ҡанаты ярҙамында тарата, ә соҡорҙан урғылып һыу ағып сыға икән. Ҡыуанысының иге-сиге булмаған Һәжәр тауҙан йүгереп төшә лә, "юғалма, юғалма!", "таралма-таралма!" (ғәрәп телендә — "зәм-зәм") тип, һыуҙы тиҙ-тиҙ ҡомдан таҙарта башлай...
Ваҡыт уҙыу менән шишмә янында кешеләр йәшәй башлай, өйҙәр төҙөлә, яйлап ҡала (Мәккә) барлыҡҡа килә. Ике ҡалҡыулыҡтың исеме — Сафа һәм Мәрүә, ә Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән эҫе сүллектәге ҡомдо йырып сыҡҡан тылсымлы шишмәнеке — Зәмзәм.
Бер нисә йылдан Ибраһим ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәләнән "ошо шишмә янында минең өйҙө төҙөргә" тигән әмер ала. Пәйғәмбәр буй етеп килгән улы Исмәғил менән таштан йорт һала, ул "Ҡибла", "Ҡәғбә", "Ҡәғбәтулла" тип атала. "Кешеләрҙе саҡыр, өйөм тирәләй хаж ҡылһындар!" — тип бойора Хоҙай Тәғәлә. "Кемде саҡырайым? Сүллектә мине кем ишетһен?" — тип аптырауға ҡала Ибраһим ғәләйһис-сәләм. "Һин саҡыр — ҡалғаны минең эш", — тигән яуап алына.
Ибраһим ташҡа баҫып, сүллеккә ҡарап: "Эй, Әҙәм балалары, Аллаһтың өйө янына хаж ҡылырға килегеҙ!" — тип ҡысҡырған. Һөҙөмтәлә Хоҙайҙың хикмәте менән Ер йөҙөндәге халыҡ яйлап был урынға ағыла башлаған. Изге байрамдарҙы Аллаһ Тәғәләнең өйө янында ҡаршылау ниәте менән, доғаларының үтәлеренә, гонаһтарының ярлыҡанырына өмөт итеп килгән мосолмандар йылдан-йыл арта.
Рәмзиә УРЫҪБАЕВА,
табип-терапевт.
(Аҙағы — киләһе йома һанында).