“Күктә лә, Ерҙә лә Аллаһ Тәғәлә өсөн йәшерен бер ни ҙә юҡ: барыһы ла изге Китапта теркәлеп бара”.“Ән-Нәмл”, “Ҡырмыҫҡа” сүрәһенән.
— Бәләкәй саҡтан ҡурай уйнарға өйрәнергә теләгем ҙур булды. Өлкән йәштә лә был хыялым тынғы бирмәй. Уны ағымдағы йылдың Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителеүе тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Ошо йәһәттән, Нурмөхәмәт хәҙрәт, һеҙгә һорауым бар: ҡурай уйнауға Ислам диненең ҡарашы нисек?
И. ХИСМӘТУЛЛИН.
Белорет районы.Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
"Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрән", — тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ә белем ифрат күп тармаҡлы. Араларында музыка ғилеме лә бар. Шуныһы айырыуса ҡыҙыҡлы: аҙна көндәре, йәйғорҙоң төҫтәре кеүек үк, ноталар ҙа етәү — бына хикмәт!
Моңға әҙәм балаһы ғүмер буйы ғашиҡ булып йәшәй. Иң тәүге көйҙәрҙе ул әсә ҡарынында уҡ ишетә. Донъяға килгәс, башҡа сихри моңдарҙы күңеленә һала, улар аша йәшәүгә көс ала, рухын байыта. Беҙҙең төбәктең тәбиғәте лә гелән йырлап торғандай — күпме аһәң, мөғжизә бар унда! Шишмәләрҙең сылтырап ағыуы, тауҙарҙағы шаңдау, күбәләктәрҙең ҡанат елпеүе, күл буйындағы ҡамыштар шауы... Ә йырҙарҙа данланған һандуғас моңо һуң! Бәләкәй генә булһа ла, күпме кешенең рухын уята, сәнғәт, әҙәбиәт кешеләренә илһам, ҡөҙрәт бирә бит был ҡош!
Ҡурайҙың үҫкән урыны ла — Урал тауҙары. Ябай ғына көпшә үләндең моңон башҡа бер ниндәй музыка ҡоралы ла алмаштыра алмай. Ҡурай элек-электән халҡыбыҙҙың айырылмаҫ юлдашы, йырсыһы, шатлығын уртаҡлашыусы, ҡайғыһын баҫыусы дуҫы булған. Заман алға барыу менән, әл-хәмдү лил-ләһ, уға ҡарата ихтирам, иғтибар арта барыуына һөйөнәбеҙ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарих милли уйын ҡоралын ситкә тибергә тырышҡан мәлдәргә лә шаһит. Мәҫәлән, бәләкәй сағымда уҡыған "тальян моңонда күмелеп ҡалды ҡурай" тигәнерәк мәғәнәле шиғыр һаман да иҫемдә.
Ә Ислам дәүерендә бер ғалимыбыҙ ҙа ҡурайға ҡарата кире фекер әйтмәгән. Әле иһә ҡайһы берҙә динебеҙҙе тарайтып ҡарау осраҡтары булып ҡуя. Мәҫәлән, "Ислам йыр-моңдо тыя" тигән фекерҙе ишеткән бар. Ошо уңайҙан үҙем менән йәш саҡта булған ваҡиғаны һөйләп уҙайым. Бохаранан белем алып ҡайтҡан сағым ине. Ауылдағы бер ҡарт миңә ниндәйҙер һорау бирҙе. "Дөрөҫ түгел, олатай, Исламда был төшөнсә юҡ", — тип яуапланым. "Яңылышаһың, улым, — тип ҡаршы төштө атайым. — Һин бөтә дини китапты уҡып, барлыҡ ғилемде өйрәнеп бөттөңмө һуң?" "Юҡтыр", — тим. "Шулай булғас, өйрәнгән ғилемем буйынса әлегә был мәсьәләгә тап килгәнем юҡ, тип әйтергә тейешһең", — тип аҡыл бирҙе атай.
Аллаһ Тәғәлә белемде киң, иге-сиге булмаған даръяға тиң итеп яратҡан. Океан ярына ҡунып, бер нисә тамсы һыу эскән ҡошто күҙ алдына килтерегеҙ: ғилем ошо һыуҙай мул, ә әҙәм балаһы уны тамсылап йотҡан ҡош кеүек. Исламды төрлө фекер менән тарайтырға ярамай, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ә белемде арттырырға ынтылыу мөһим. Әлбиттә, һәр кемдең шәхси ҡарашы була. Уны башҡаларға көсләп тағырға теләгәндәр ҙә осрай. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр театрға йөрөмәҫкә саҡыра, ундағы тамашаларға дәғүә белдерә. Улайтып йөрөгәнсе, иң тәүҙә репертуарға күҙ һалып, үҙеңдең ҡарашыңа тап килгән спектаклгә генә барыу дөрөҫөрәк түгелме? Ни тиһәң дә, хәҙер бит театрҙарҙа тәрбиә мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бирелә башланы.
Ҡурайға әйләнеп ҡайтҡанда, ата-бабабыҙҙан ҡалған моң дауам ителергә тейеш. Миңә һорау биргән ҡәрҙәшемә рәхмәт белдерәм, уңыштар теләйем. Ҡурайҙа уйнарға теләгегеҙ ҙур икән, мотлаҡ өйрәнегеҙ, иншаллаһ. Милли ҡоралыбыҙ — халҡыбыҙҙың рухи аҙығы, байлығы. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо ҡиммәтебеҙҙе, тотош мәҙәниәтебеҙҙе һаҡларға, өйрәнергә, үҫтерергә, йәш быуынға еткерергә насип ҡылһын. Шулай икән, иншаллаһ, тамырҙарыбыҙ ныҡлы, рухыбыҙ көслө булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.