Есемеңде асыр исемең (Т-У-Ү-Ф)31.01.2014
Малайҙар өсөн

Т


Табип // Табиб ғәр. — дауалаусы, доктор
Тажи ғәр. — тажлы
Таип ғәр. — һәйбәт, шәп кеше; тәүбә итеүсе
Таипхәже // Таипхәжи ғәр. — таип+хәже; һәйбәт кеше; тәүбә итеүсе
Таир ғәр. — юғары осоусы ҡош; ҡоштар
Таймас // Таймаҫ бор. баш. — таймаҫ, тайпылмаҫ, ныҡ
Тайсы бор. баш. — 1. "тай" һүҙенән (йорт хайуандары, төрлө йәнлек исемдәрен балаларға ҡушыу йолаһы төрки халыҡтарҙа борондан булған); 2. боронғо төрки халыҡтарҙа титул, дәрәжә атамаһы булараҡ ҡулланылған һәм "өлкән тәрбиәсе, остаз; атаҡлы, билдәле кеше" тигән мәғәнә биргән
Тайфур фарс. — ҡош
Талип ғәр. — барыусы, эҙләүсе; уҡыусы, шәкерт
Талмас баш. — 1. тәржемәсе; 2. арымаҫ, талмаҫ
Талха ғәр. — һайлап алынған, бик һәйбәт
Тамир бор. төрк. — тимер (бала ныҡ булһын тигән теләктә ҡушылған)
Тамъян баш. — боронғо башҡорт ырыуы атамаһынан (йолаға ярашлы, балаға тыуған ырыуының, араһының атамаһын исем итеп ҡушҡандар)
Танағол бор. төрк. — тана (ынйы)+ғол (ялғау)
Танһыҡ бор. баш. — иҫ киткес, таң ҡалырлыҡ, мөғжизә; теләп, көтөп алынған
Танһыҡбай баш. — теләп, көтөп алынған
Танһыҡҡужа баш., фарс. — танһыҡ+ҡужа; теләп, көтөп алынған, танһыҡ
Таң баш. — таңда тыуған
Таңатар // Таңғатар баш. — таң+атар; таң атҡанда тыуған
Таңбаҡты бор. баш. — таң+баҡты; өмөтлө бала тыуҙы
Таңбулат баш., фарс. — таң+булат
Таңкилде бор. баш. — таң+килде
Тарауыл бор. баш. — мәғәнәһе билдәһеҙ ("Аҡбуҙат" эпосында Тарауыл ҡарт бар)
Тарпан бор. баш. — ҡырағай, эйәләштерелмәгән ат (Алдар батырҙың ҡустыһының исеме)
Тариҡ ғәр. — тотҡан юл
Татлыбай баш. — татлы+бай
Тауис неол., ғәр. — ҡош исеменән
Таулыбай баш. — таулы+бай
Таулыҡай баш. — 1. "таулы" һүҙенең иркәләү формаһынан; 2. ара атамаһынан булыуы ихтимал
Тахау // Тахауи ғәр. — 1. яҡшы теләк, сәләм; 2. тоҡом, нәҫел Таһир ғәр. — таҙа, пак, ғәйепһеҙ
Таһирйән ғәр., фарс. — таһир+йән; таҙа, пак, ғәйепһеҙ йән
Ташбулат баш., фарс. — таш+булат; бала ныҡ булһын тигән теләктә ҡушыла
Таштимер баш. — таш+тимер; бала таш, тимер һымаҡ ныҡ булһын тигән теләктә ҡушыла
Таяр ғәр. — осоусы; әҙер тороусы
Тейенбай бор. баш. — борон баланы яратып, иркәләп, төрлө йәнлек исеме менән атау йолаһы булған
Теләпҡол баш. — теләп алынған бала
Теләүбай баш. — теләп алынған бала
Теләүбирҙе баш. — теләү+бирҙе
Теләүкәй баш. — теләп, көтөп алынған бала
Теләүсе баш. — теләп алынған
Теләүша баш., фарс. — теләп алынған
Теләш баш. — теләп алынған
Темәс бор. баш. — мәғәнәһен асып булманы; тарихи сығанаҡтарҙа йыш осрай
Тереғол баш. — тере+ҡол
Теүәл баш. — "теүәл" тигән һүҙҙән
Теүәлбай баш. — теүәл+бай
Тимер баш. — "тимер" һүҙенән; тимер һымаҡ ныҡ булһын тигән теләктә ҡушыла
Тимербай баш. — тимер+бай
Тимербулат баш., фарс. — тимер+булат (ныҡлыҡ билдәһе)
Тимербәк баш. — ныҡ тимер (ныҡлыҡ билдәһе)
Тимерғәзе баш., ғәр. — тимер+ғәзе; көрәшсе, еңеүсе
Тимерғәли // Тимерғәле баш., ғәр. — тимер+ғәли
Тимерйән баш., фарс. — тимер+йән; тимер һымаҡ ныҡ
Тимеркәй баш. — тимер һымаҡ; "тимер" һүҙенең иркәләү формаһынан
Тимерҡаҙыҡ баш. — йондоҙ
Тимерсе баш. — тимер оҫтаһы
Тимерхан баш. — тимер+хан
Тимерша баш., фарс. — тимер һымаҡ ныҡ


ҡыҙҙар өсөн

У-Ү-Ф


Уҡа баш. — "уҡа" һүҙенән (тарихи сығанаҡтарҙа осраған ҡатын-ҡыҙ исеме)
Уҡабикә баш. — уҡа+бикә; матур ҡыҙ
Ураҙбикә баш. — ураҙ (бәхет, ҡот)+бикә
Ураниә неол., ғәр. — "Нураниә"нән ҡыҫҡартылған
Урия ғәр. — хур ҡыҙы
Үлмәҫбикә баш. — үлмәҫ+бикә; бала ныҡ булһын тигән теләктә ҡушыла
Үмербикә ғәр., баш. — үмер (ғүмер)+бикә; бала оҙон ғүмерле булһын тигән теләктә ҡушыла
Үтәбикә баш. — 1. ҡош исеме; 2. һорап алынып, үтәлгән теләк
Фазила // Фазыла ғәр. — башҡаларҙан өҫтөн, бик шәп
Фаиза // Файҙа ғәр. — йомарт, киң күңелле
Факиа ғәр. — "Факиһа"нан ҡыҫҡартылған
Факиһа ғәр. — шат күңелле; емеш
Фариза ғәр. — бурыс, фарыз эш
Фатима ғәр. — имеүҙән айырылған бала
Фатиха ғәр. — асыусы, башлаусы, еңеүсе; хәйер-доға; "Ҡөрьән"дең беренсе сүрәһенең атамаһы.


Вернуться назад