1. Өфө ҡала мәҙәниәт һарайындағы концерттар ваҡытында йыш ҡына осоп йөрөй торған йән эйәһе. 2. Спиннинг нимә ул? 3. Шәриғәтле дин. 4. Тамуҡ өҫтөнән үткән күпер. 5. Ирҙе “үлтермәҫ” дарыу үләне. 6. Ҙур ҡырылыш. 7. Кем ағас үҫтереү менән шөғөлләнә? 8. Пегас “көтөүлеге”. 9. Өй эсендәге бөтә булған кәрәк-яраҡ. 10. “Үрә тора” алған ағза. 11. Ике тәкә һөҙөшә, мөгөҙө ҡалай килешә. 12. Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа – һыуыҡҡа, (…) төшһә – йылыға. 13. (…) дүрт аяғын ҡалтыратһа, һалҡын булыр. 14. Ҡарағастың “һуты”. 15. Һаҡау, һаңғырау ҡош. 16. Әгәр ҙә был ағастың осондағы япраҡтары һарғая башлаһа, иртә килә, түбәндәгеләре һарғая башлаһа, һуңлаңҡырай. 17. Теркә ағасы. 18. Ваҡыттың бер “аҙымы”. 19. Ашҡа булған барым. 20. Эҫеләнгән һайын ҡат-ҡат тун кейә. 21. Бәләкәй генә әрйә, эсе тулы мәрйә. 22. Еҫе юҡ, төҫө юҡ, унан башҡа тормош юҡ. 23. Кипарис ағасы. 24. Сарлап була торған ағза. 25. “Һуҡыр” яҡтыртҡыс. 26. Сәтләүекте ярата, һунарсыны ҡарата. 27. Тормош сығанағы булған шөғөл. 28. Ҡара ҡарғаның “һеңлеһе”. 29. Беҙҙең яҡтың скунсы. 30. Боронғо аҡса берәмеге. 31. Көлкөгә ҡоролған тамаша. 32. Имән башы шаулай икән – (…) боҙолоуға. 33. Кире йүнәлеш. 34. Дини йүнәлеш, суфыйлыҡ юлы. 35. Арба, сана йәки машина өҫтөнә ҡыуышлап ҡуйған япма. 36. Ольхон Байкал өсөн. 37. “Алып инәнән, (…) бейәнән тыуыр”. 38. “(…) тиндән үҫер, йылҡы ҡолондан үҫер”. 39. “Ике башлы, киртекле, ҡыҙҙар шуға интекте”. 40. Нәҫел-ырыу тарихы. 41. Ҡамыт ағасының эске яғына уратып ҡуйған йомро башлы йомшаҡ нәмә (эсенә һалам ҡуйып, тышын йүкәнән үрәләр йәки күн менән көпләйҙәр) — “төймә”гә анаграмма булып тора. 42. Ҙур һағыҙаҡ. 43. Һөйәкһеҙ ваҡ йөҙөм сорты. 44. Һиҙәп нимә ул? 45. Оҙон төҙ суҡышлы, оҙон аяҡлы аҡ йәки ҡара төҫтәге эре күсер ҡош. 46. Бешкәк аборигены. 47. Мосолман өсөн ҡанундар йыйылмаһы. 48. Аҙман бөжәк булараҡ.