Ғәҙәткә кергән мәҙәк31.01.2014
Баҙарҙа


Баймаҡ баҙарына инеп, унда-бында әйберҙәр ҡараштырып йөрөйөм. Берәй ауылдаш, таныш-тоношто осратмаммы тип, ит бүлегенә индем. Таныштар күренмәне, әммә ниндәйҙер ауылдан килеп, ҡаҙ ите һатып торған бер инәй менән бер мәрйәнең һөйләшә башлауына иғтибар иттем.
– Ни хаҡ? — тип һораны мәрйә башҡортсалап, теге инәйҙең һимеҙ генә ҡаҙҙарын тотҡолап ҡарағас.
— Тыщща рубиль, — тип яуап бирҙе инәй.
— Ой, ой, больно күп бит, апай, — тине мәрйә тағы башҡортса.
— Ни-ит, нит. Сәпсим дә ни дорого, бири, — тине инәйебеҙ.
— Сибайда, и то арзан бит, — тине мәрйә.
— Әй, тагда иди, ежжай Сибай, — тине лә минең яҡҡа ҡарап көлөп ҡуйҙы инәй, “гарадскуйҙарға өлөш ашатмайбыҙ”, йәнәһе.
— Берәй йуз хумга төшөр, апай, — алам, — тине мәрйә тағы ла беҙҙеңсә.
— Никакуй, — тине инәй, — иди...
— Ярар, ярар, апай, — тине лә мәрйә китеп барҙы.
Бәй, был әбейҙәрҙең кемеһе үҙ туған телендә һөйләште һуң?.. Үҙем дә буталдым.

“Иван Ғөзәир”


Элегерәк беҙҙең күрше ауылда Ғөзәир исемле бер ҡарт йәшәне. Тәүҙәрәк, сәй эсергә яратҡанғамы, уны “сәйхур Ғөзәир” тип йөрөттөләр. Улы Зәбир әрменән мәрйә килен алып ҡайтҡан. Ғүмер буйы ауылда йәшәгән Ғөзәир ҡарттың да, әбейенең дә урыҫса белеме самалы ғына булыуы, әлбиттә, ғәжәп түгел.
Йәштәрҙең улдары донъяға килгәс, Вәзир тип исем биргәндәр. Килендәре Надя, үҙенә уңай булһын тиепмелер, улдарын Васька тип йөрөтә икән. Ә Ғөзәир ҡарттарҙың Васька исемле ата бесәйҙәре лә булған. Бер көн был киленгә йомош менән район үҙәгенә дауаханаға барырға кәрәк булған. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта унда-бында алып йөрөмәҫ өсөн имсәк балаһын ҡарарға иренә ҡушып киткән. Ҡәйнәһенә ҡалдырһа ла булғандыр бит инде... Үҙенең күкрәк һөтөн стаканға һауып, шкафҡа ҡуйған да, иренә: “...өс сәғәттән Васькаға эсерерһең”, — ти икән.
Шул мәл Ғөзәир ҡарт тыштан өшөп килеп ингән. Ғәҙәтенсә, сисенеп, сәй эсергә туп-тура түрбашҡа үткән, ә улы ҡатынын оҙатырға сығып киткән. Әбейенең тыштан ингәнен дә көтөп тормаҫтан, бабай сәйҙе үҙе яһап эсергә булған. Баяраҡ килененең “Васька... молоко...” тигәнен яҙа-йоҙа ишетеп ҡалған бабай янында мыраулап йөрөгән бесәйен ҡыуып ебәргән: “Мынау һыйыр һыуалыр мәлдә Васьканы ҡайғырта. Мәрйә мәрйә инде... Бында ҡайның бар әле...”. Һөйләнә-һөйләнә стаканда торған һөттө алған да үҙенең сынаяғына мул ғына һалып эсеп ҡуған...
“Аһ-аһ, нишләп улай һөтһөҙ сәй эсеп ултыраһың?” — тип соландан бер банка тотҡан әбейе Бибиямал, уның артынса улы килеп инә. “Нишләп ҡара сәй булһын, мына бит...” – тип стакан төбөндәге һөт һарҡындыһын һемереп ҡуя бабай.
Улы: “Атай, киленеңдең һөтө бит ул, балаға һауып ҡалдырған”, — тип сәңгелдәктә йоҡлап ятҡан кескәй Вәзиргә күрһәткәс, ҡарт: “Уф, мәрйә, ҡылдың бит ҡылыҡты...” — тип уҡшый-уҡшый тышҡа йүгереп сығып китә...
Был хаҡта әбейе мәҙәк итеп башҡаларға ла һөйләгеләп йөрөгәс, элекке “сәйхур Ғөзәир” һуңынан мәрйә һөтөн эскән “Иван Ғөзәир” булып киткән...


Вернуться назад