Быйыл июндә Башҡортостан халҡы милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуҙы билдәләй. Батырҙың исеме һәм рухы быуаттар буйы халҡыбыҙҙың йөрәгендә һәм ҡанында йәшәй тип әйтһәк, һис арттырыу булмаҫ. Ике быуаттан ашыу ваҡыт элек ул, тыуған ерен һаҡлап, азатлыҡ һәм хәҡиҡәт өсөн халҡын иҙеүселәргә, баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшкә күтәргән. Салауат яугирҙәренең ҡаны менән һуғарылған ер беҙҙең өсөн изге. Башҡорттар менән бер сафта иңгә-иң терәшеп башҡа милләт вәкилдәре лә һуғышҡан. Тыуған еребеҙҙә бөгөн дә Салауаттың ғорур һәм ҡаҡшамаҫ рухы осоп йөрөй кеүек. Шуға ла халҡыбыҙ батырҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлай, уның хаҡында йырҙар һәм риүәйәттәр сығарыуын дауам итә.
Өфөлә, Ағиҙелдең бейек ярында, Салауат Юлаевҡа мөһабәт һәйкәл ҡуйылыуы ла осраҡлы түгел. Тимер толпарына атланып, ҡулын өҫкә күтәреп, ул, әйтерһең дә, беҙҙе алға әйҙәй. Үткер ҡарашын алыҫҡа төбәп, “Халҡым әле иреклеме, ғүмеребеҙҙе ҡорбан итеп һаҡлап ҡалған еребеҙгә үҙебеҙ хужамы, әллә яу яланында ҡаныбыҙ бушҡа ҡойолдомо?” тип һорағандай. “Юҡ, бушҡа түгел”, — тип әйтер инек беҙ, уның күҙенә ҡыйыу ҡарап. Халҡыбыҙ борон замандарҙа ошо төбәкте үҙләштереп, уның байлығын башҡа милләт вәкилдәре менән уртаҡлашҡан, киләсәктә имен тормош өсөн нигеҙ һалған.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ярты ил тиерлек емереклектәр аҫтында ята. Дошманды еңгән халыҡ, һуңғы көсөн туплап, аяғына баҫа һәм хужалыҡты тергеҙергә тотона. Ауылдарҙа коллектив хужалыҡтар эреләтелә һәм нығытыла, иҡтисад әкренләп үҫеш ала, кешеләрҙең социаль хәле яҡшыра төшә. Ошо үҫештең нигеҙен халыҡтың киләсәккә һәм ғәҙеллеккә ышанысы тәшкил итә.
Ләкин егерменсе быуат аҙағында илебеҙ иңенә тағы ла бер һынау төштө: СССР тип аталған илде емереп, сәйәси һәм иҡтисади системаларҙы үҙгәртеп ҡороуға тотондолар. Һөҙөмтәлә иҡтисади үҫеш туҡтап ҡалды, халыҡтың социаль тормош-көнкүреш кимәле ҡырҡа түбәнәйҙе.
Был афәт беҙҙе лә урап үтмәне. Салауат, һинең халҡың сираттағы тапҡыр яңынан-яңы һынауҙар алдына ҡуйылды. Кешеләр яҡты киләсәккә өмөтөн юйҙы, эшкә ҡулы барманы. Әүәлерәк ауылдарҙа энтузиазм тантана итһә, кешеләр йырлап эшләһә, әле баҫыуҙарҙа дәртле йырҙар ҙа, көндәлек мәшәҡәттәр ҙә тынып ҡалған.
Милли батырыбыҙҙың тыуған ерендәге социаль-иҡтисади хәлгә туҡталып китәйек. Ошо яҡ халҡының тормош-көнкүреше юҫығында республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендәгеләрҙең йәшәйеше хаҡында ла фекер йөрөтөргә мөмкин бит.
Салауат районы – үҫемлекселек йүнәлешендәге ауыл хужалығы төбәге. Һауа-климат шарттары ҡатмарлы булғанға күрә, ул хәүефле игенселек зонаһына инә, малсылыҡ та насар үҫешкән. Бының сәбәбе – һуңғы 20-25 йылда бөтә инфраструктураның юҡҡа сығарылыуы, һыйыр малдарын ҡырҡа кәметеү, малсылыҡ комплекстарын, май заводтарын, ит комбинатын һәм башҡаларын емереү. Элегерәк һәр совхозда тиерлек һауын һыйырҙары ғына ла меңдән ашыу була торғайны.
Урман, тауҙарға, баҫыу-яландарға бай булған Салауат ерендә тәбиғәт шарттары бөгөн малсылыҡ тармағын үҫтереү өсөн ҡулай түгелме ни? Көньяҡ-көнбайыш райондар менән сағыштырғанда, бында шарттар байтаҡҡа яҡшыраҡ, тип уйлайым. Өҫтәүенә, Йүрүҙән, Әй кеүек ҙур, шулай уҡ бәләкәй йылғалар ҙа байтаҡ.
Юл селтәре лә яҡшы үҫешкән: район сиге буйлап “Транссебер” тимер юл магистрале, “М-5” федераль трассаһы, Екатеринбург, Пермь тарафтарына, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренең ҡайһы бер ҡалаларына илткән асфальт юл үтә. Тимәк, малсылыҡты үҫтереү өсөн шарттар бар. Емерелгән фермаларҙы ҡайтанан тергеҙеү менән берлектә ҙур ғына малсылыҡ комплексын төҙөү ҙә район иҡтисадын үҫтереүгә һиҙелерлек этәргес бирер ине.
Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк: кешеләрҙе иҫке йорттарҙан күсереү программаһы буйынса бүленгән аҡса ла Октябрьский, Туймазы ҡалаларына, Туймазы районына, Ҡандра ҡасабаһына йүнәлтелде. Салауат районында халыҡ уларға ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәйме ни? Тимәк, инвестиция табыла, аҡса ла бар. Тик уларҙың Салауат төйәгенә бүленеүенә өлгәшергә кәрәк. Район иҡтисадын алдынғылар рәтенә сығарыу, инфраструктураны (мәктәптәр, клубтар, китапханалар, етештереү биналарын, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һ.б.) төҙөкләндереү өсөн сама менән 1 миллиард һум талап ителә. Тәү ҡарашҡа байтаҡ аҡса кеүек, ләкин райондың финанс ихтыяжын иҫәпкә алһаң, әллә ни күп тә түгел, тигән һығымтаға килергә мөмкин.
Тиҙҙән Салауат Юлаевтың юбилейын байрам итәбеҙ. Башҡа өлкә, республикаларҙан, хатта сит илдәрҙән ҡунаҡтар килер. Улар башҡорт батырының тыуған еренә алып барыуыбыҙҙы һорар. Емерек клубтарҙы, китапханаларҙы, ябылған мәктәптәрҙе, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, ремонт күрмәгән мәҙәниәт йорттарын күрһәтербеҙме? Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылда, уның музейы янында Советтар Союзы Геройы Абдрахман Ғәйфуллинға һәйкәл ҡуйылған. Эргәләге мәҙәниәт йортоноң иҙән, диуарҙары – капиталь ремонтҡа, йыһаздары яңыртыуға мохтаж.
Йәнә бер миҫал. Арҡауылға күрше генә Бишәүҙәр ауылы урынлашҡан. Һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да был ауылда башланғыс мәктәп, клуб, фельдшерлыҡ пункты эшләгән. Әле ошо мәҙәниәт усаҡтарынан башланғыс мәктәптең бер класы ғына ҡалды. Һалынып бөтмәгән клуб диуарҙары ла “Һеҙҙең быуынға — хурлыҡ” тигәндәй һерәйеп ултыра. Башҡа ауылдарҙа ла был йәһәттән хәл, насарыраҡ булмаһа, әллә ни шәптән түгелдер.
Магистраль газ үткәргес район биләмәһе аша уҙа. Арҡауылдан йыраҡ түгел ҡеүәтле газ һурҙырыу станцияһы төҙөлдө. Әммә газ тәьминәте бында әлегә 50 процент самаһы ғына тәшкил итә. Ауылдарға “зәңгәр яғыулыҡ” килһен өсөн аҡса кәрәк. Иҫке мәктәптәрҙе, медицина учреждениеларын, китапхана, клуб, мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереү, яңыларын һалыу, малсылыҡ комплекстары, МТС, оҫтаханалар, һөт эшкәртеү предприятиелары төҙөү, тоҡомло мал һатып алыу һәм үрсетеү, хеҙмәтләндереүсе персоналды һәм йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә шул уҡ аҡсаға бәйле. Ошо эштәрҙе һанап сыҡҡандан һуң да үрҙә телгә алынған 1 миллиард һумдың бер тине лә ҡалмаясағы көн кеүек асыҡ. Был предприятиеларға һәм учреждениеларға машиналар, механизмдар, транспорт саралары һатып алыу, кадрҙарҙы уҡытыу, уларға эш хаҡы түләү тураһында әлегә һүҙ ҙә юҡ.
Әлбиттә, барыһын да бер йылда ғына тормошҡа ашырып булмай, кәмендә өс-биш йыл ваҡыт талап ителә. Был эштең барыһы ла иҫәпкә алынды һәм Республиканың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү программаһында планлаштырылды, тип ҡаршы килер ҡайһы бер етәкселәр һәм түрәләр. Ләкин беҙҙе был ғына ҡәнәғәтләндермәй. Өҫтәүенә, программа ике йыл элек ҡабул ителһә лә, һиҙелерлек эш башҡарылманы. Ҡабатлап билдәләйбеҙ: беҙгә айырым маҡсатлы финанслау кәрәк.
Танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе әйтеүенсә, республикала үҫеш Салауат районынан башланырға тейеш. Хаҡ һүҙ, тик халыҡ та, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә бына егерме йыл инде ошоға өлгәшә алмай. Салауат районы республиканың йөҙөк ҡашына әүерелһен өсөн өҫтөнлөклө финанслау кәрәк. Башҡортостан һәм Салауат тигән һүҙҙәрҙең бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгәнлеген, үҙ-ара ауаздаш икәнлеген күпселек яҡшы аңлай ҙа бит. Донъяға, илгә һәм республикаға легендар батырҙы биргән халыҡ һәм район етәкселектең иғтибарынан мәхрүм ҡалмаҫҡа тейеш.
Районды финанс йәһәтенән тәьмин итеү алымдарының береһе – “Янғантау” шифаханаһының һалым һәм башҡа керемдәрен өс-биш йыл дауамында Салауат районы бюджетына йүнәлтеү, тип уйлайым. 1774 йылдың йәйендә Салауат Юлаев яугирҙәре тап ошо Янғантау эргәһендә (Ҡыйғы һәм Васҡын-Лағыр ауылдары) еребеҙҙе һаҡлап, батша полковнигы Михельсон ғәскәренә ҡаршы һуғышҡан бит. Шуға күрә илдең иң яҡшы һауыҡтырыу үҙәктәренең береһе булараҡ танылыу яулаған шифаханабыҙ Салауаттың яҡташтарының тормошон яҡшыртыу эшендә аҡсалата ярҙам күрһәтһә, ғәҙел булыр.
Зыялыларыбыҙ, атап әйткәндә, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары, Салауат Юлаев ордены кавалерҙары был эштән ситтә ҡалмаһын ине. Улар республика Президенты исеменә 2014—2016 йылдарҙа район иҡтисадын һәм инфраструктураһын үҫтереү өсөн республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 1 миллиард һум бүлеүҙе һорап хат яҙа ала. Тик был бурыс мөрәжәғәт итеү менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа тейеш. Премия лауреаттары һәм орден кавалерҙары маҡсатҡа өлгәшкәнгә тиклем эште ташлап ҡуймаһын ине. Танылған шәхестәрҙең тауышын республика етәкселеге мотлаҡ ишетер.
Иғтибарҙы талап иткән тағы ла бер мәсьәлә — Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музейы. Сит ҡалаларҙан, башҡа тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙың музейҙы килеп күреү мөмкинлеге юҡ, сөнки ул баш ҡаланан алыҫ урынлашҡан. Был мәсьәләне Конгресс-холл бинаһының бер өлөшөн башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ҡарамағына тапшырыу юлы менән хәл итергә мөмкин. Ошонда уҡ Салауат Юлаев музейының филиалын, китапхананы, китап магазинын, “Башҡортостан” киностудияһы фильмдарын һәм, әлбиттә, “Салауат Юлаев” фильмын күрһәтерлек ҙур булмаған кинозал асырға була. Бынан тыш, әҙәби һәм музыкаль ҡунаҡханалар асыу, халыҡ кәсептәре тауарҙары, сувенирҙар, башҡорт милли аш-һыуы (ҡымыҙ, буҙа) һатылған магазиндарҙың эшен ойоштороу ҙа зыян итмәҫ. Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең Салауат Юлаев һәйкәле янында ғына урынлашыуы бик күркәм күренеш буласаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты бүлмәләрен дә ошонда күсерергә кәрәк. Юғиһә уның даими бинаһы юҡ. “Салауаттар” ойошмаһының ултырышын үткәреү өсөн дә айырым бүлмә табылмай. Беҙҙе һайлау йәки байрам етһә генә иҫтәренә төшөрәләр. Власть яғынан Салауат Юлаевтың яҡташтарына бындай битарафлыҡ булмаҫҡа тейештер ҙә бит.
“Салауаттар” йәмғиәте күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән бөтә башҡорт йәмәғәт ойошмаларын берләштерергә һәм милли батырыбыҙҙың юбилейын үткәргәнгә тиклем генә түгел, унан һуң да әүҙем хеҙмәттәшлек итергә саҡыра.
Батырҙың тыуған төбәгендәге хәлдәр байрам кәйефе тыуҙырмай, әлбиттә. Шулай ҙа уның күтәренке рухы кешеләрҙең йөрәгендә яҡты киләсәккә, именлеккә өмөт һәм ышаныс тыуҙыра.
Раян ВАХИТОВ,
Халыҡ-ара информатика академияһы академигы.