(З. Ғилманов, “Әрем әсеһе”, 2013 йыл, 14 декабрь) Хеҙмәт ветераны З. Ғилмановтың мөһим ҡарарҙарҙың да йыш ҡына үтәлмәүенә, хаҡтарҙың артыуына, дарыу һатыуҙың ойошторолмауына, йәштәр араһында эшһеҙлек көсәйеүенә, чиновниктар һанының самаһыҙ артыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп яҙған хатына Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары И. ҒӘЙНУЛЛИНдан яуап килде.
“Башҡортостан” гәзитендә баҫылған “Әрем әсеһе” мәҡәләһе буйынса Дәүләкән районының йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләре вәкилдәре ҡатнашлығында фекер алышыу булды. Мәҡәләлә күтәрелгән мәсьәләләр, ысынлап та, бөтөн Рәсәйҙәге кеүек үк, беҙҙең районға ла хас, — тиелә хатта. — Беренсенән, магазиндарҙағы хаҡтар тураһында. Баҙар иҡтисады шарттарында хаҡтарҙың һорау-тәҡдим мөнәсәбәттәре нигеҙендә барлыҡҡа килеүе һәр кемгә мәғлүм.
Районда 41 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Шуларҙың 28-е, лицензия алып, дарыу һатыу менән шөғөлләнә. Ҡалған 13 пунктта дауалау препараттарын һаҡлау өсөн шарттар булдырыу, матди-техник базаны нығытыу һәм лицензия алыу йүнәлешендә эш дауам итә. Киләсәктә һәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында дарыу һатыуҙы ойоштороу күҙҙә тотола.
Хәҙерге көндә мәшғүллек үҙәгендә 195 кеше эшһеҙ сифатында теркәлгән. Халыҡты эш урындары менән тәьмин итеү маҡсатында республика һәм федераль кимәлдәге төрлө программаларҙа ҡатнашабыҙ. Теләге булған, иренмәгән кеше ауыл ерендә үҙенә шөғөл таба, ғаиләһен ҡарарлыҡ ҡына түгел, артҡанын һатырлыҡ күләмдә продукция етештерә ала.
Ғөмүмән, мәҡәлә айырым кешеләрҙе, аныҡ күренештәрҙе тәнҡитләүгә түгел, ә дөйөм фекер йөрөтөүгә ҡоролған. Был мәсьәләләр буйынса күп һөйләргә, бәхәсләшергә мөмкин. Автор айырым бер ауылды исемләп күрһәтһә, яуапты ла шундағы хәлдәргә бәйләп, анығыраҡ биреп булыр ине”.