Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара31.01.2014
Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара
Тулҡынланып, ҙур өмөттәр менән аяҡ баҫтыҡ яңы йылға. Үткәне лә беҙҙең өсөн ҡыуаныслы, һөҙөмтәле булды. Һанап китһәң, тыуған илебеҙҙең кескәй генә бер ауылы Ураҙмәттә, район һәм республика күләмендә башҡарылған матур ғәмәлдәрҙең барыһы ла һоҡландыра.


Яҙғы ташҡындар ауылыбыҙ өсөн оло һынау булды. Халыҡ байтаҡ зыян күрҙе. Бер урамды һыу баҫһа, ауылдың икенсе осонда көслө һыу Ҡорос йылғаһы аша һалынған күперҙе емерҙе. Был хәл халыҡтың тормошон ҡатмарлаштырҙы, тирә-йүн менән бәйләнеш өҙөлдө. Әммә юҡҡа хәүефләнгәнбеҙ икән. Район хакимиәте етәкселәре, борсолоуыбыҙҙы аңлап, көнө-сәғәте менән тигәндәй, ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар ойоштороуға тотондо. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күпер төҙөкләндерелеп, машиналар йөрөй башланы. Донъяға йәм керҙе, халыҡ еңел һулап ҡуйҙы. Раевка юл төҙөү һәм ремонтлау ойошмаһына рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Ураҙмәт ауылының 3 100 метр оҙонлоғондағы урамдарына ҡом-таш түшәлде. “Уралдорстрой” ойошмаһы был эшкә ҙур көс һалды. 87 хужалыҡлы, 238 кеше йәшәгән ҙур булмаған ауыл өсөн был, әлбиттә, ҙур бүләк!
Ураҙмәттәр үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмай, ауылдың тирә-яғын төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша. Ике ҙур зыяратыбыҙ бар, уларҙы тәртиптә тотоу өсөн яҙлы-көҙлө ойошторолған өмәләргә халыҡ берҙәм сыға. Матди яҡтан ярҙам ҡулы һуҙған изге күңелле кешеләр ҙә етерлек. Былтыр зыяраттарҙың береһендә төҙөкләндереү эше башҡарылһа, икенсеһен дә кәртәләп алыу өсөн етерлек күләмдә төҙөлөш материалдары әҙерләнде. Ауылдан алыҫтараҡ, Өршәк йылғаһы аръяғында урынлашҡан боронғо зыяраттың ҡоймалары янып юҡҡа сыҡҡайны. Ярҙам ҡулы һуҙыусылар булмаһа, эште башҡарып сығырға үҙебеҙҙең генә хәлдән килмәҫ ине. Күңелгә бик яҡын, иҫтәлекле зыярат бит ул. Ураҙмәт ауылына нигеҙ һалған ҡанбабабыҙ Ураҙмәт Исембаев (1697—1786) тап ошонда ерләнгән дә баһа! Ата-бабабыҙ донъя көтөү, бала-саға үҫтереү өсөн урынды төплө аҡыл менән һайлап алған. Киләсәккә ҙур өмөт бағлап, нәҫел тамырҙарын ебәргән һәм һис тә яңылышмаған! Юҡһа, 1747 йылда нигеҙ һалынған ауылда 1920 йылда 860 кеше йәшәр инеме ни?
Тыуған еребеҙгә, ауылыбыҙ яҙмышына битараф булмаһаҡ, вазифалы кешеләрҙең ярҙамынан тыш та мөһим эштәр, изгелектәр ҡыла алыр инек. Һәр өйҙә тиерлек “зәңгәр яғыулыҡ” булған, заманса уңайлыҡтар артҡан Ураҙмәттең киләсәге тағы ла яҡтыраҡ икәненә ышанам. “Их, минең тыуған ауылым!” — тип йән атҡан изге күңелле яҡташтарыбыҙға, намыҫ ҡушыуы буйынса уны матурыраҡ, күркәмерәк итеүгә үҙ өлөшөн индереүселәргә, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы етәкселәргә ураҙмәттәр исеменән оло рәхмәтемде еткергем килә.

Клара ТУҠАЕВА,
Ураҙмәт ауылы старостаһы.


Вернуться назад