Баш ҡаланың Статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжында Хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәге асылды.
Уҡыу йортонда юрист клиникаһы 2004 йылдан бирле эшләп килә. Бында студенттар хоҡуҡи ярҙамға мохтаж халыҡты ҡабул итә. Мөрәжәғәт итеүселәр түләүһеҙ юрист ярҙамы алһа, студенттар өсөн был — практик тәжрибә.
Әйткәндәй, граждандарҙы юғары юридик белемле консультанттар, белгестәр ҡабул итә.
Үҙәктең адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 65, ҡала транспортының “Колледж” туҡталышы.
Сараға алдан яҙылырға кәрәк. Телефондар:
(347) 228-67-72. Электрон почта адресы:
[email protected].
Хеҙмәт көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем күрһәтелә. Шәмбе, йәкшәмбе — ял көндәре.
Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Павел Крашенинников үҙәккә әсбаптар бүләк итте.