Исем есемгә тап килә11.01.2012
“Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем булдырыуҙы тармаҡ эшсәндәре 80 йыллыҡ юбилей хөрмәтенә ҡарата ҡиммәтле бүләк тип иҫәпләй.
— 2011 йылда яҡын киләсәктә комплекс үҫешен билдәләүсе ваҡиғалар аҙ булманы, — тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин. — Иң мөһиме — торлаҡ ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерелде.
Идарасы компаниялар һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәре эшмәкәрлегенә контроль ҡәтғиләнде, граждандарға коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙә яңы ҡағиҙәләр, “Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү тураһында”ғы Закон ҡабул ителде, күп кенә башҡа мәсьәләләрҙе норматив йәһәттән көйләү камиллашты.
Республикабыҙ илдең башҡа төбәктәренән алдараҡ үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрергә тейешле һынау майҙансығына әүерелде. Бының өсөн республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Идарасы компанияларҙы һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәрен тикшереү буйынса ведомство-ара комиссия булдырылды, йорт советтары ойоштороу хәрәкәте йәйелдерелде. Төбәктә тәүге тапҡыр лифттарҙы, тышҡы яҡтыртыу ҡоролмаларын алмаштырыу һәм яңыртыу, йорт яны биләмәләрен ремонтлау буйынса программалар тормошҡа ашырыла.
Торлаҡ-коммуналь комплекс хеҙмәткәрҙәренең профессионализмы, республика етәкселеге, муниципаль берәмек башлыҡтары, яуаплы граждандар һәм журналистарҙың һөнәри берекмәһе ярҙамынан тыш ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин булмаҫ ине. Берлектәге эш һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең Төбәк үҫеше министрлығы алдағы йылытыу миҙгелен үткәреү һәм былтырғы ҡышҡа әҙерлек йомғаҡтары буйынса икенсе урынды Башҡортостанға бирҙе. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фондының дәүләт программаһын һөҙөмтәле тормошҡа ашырған өсөн Волга буйы федераль округындағы иң эре төбәккә өҫтәмә транштар бүлеүе яҡшы баһа булды.
Быйыл республикаға торлаҡ йорттарҙы капиталь ремонтлауҙың төбәк системаһын булдырырға кәрәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, атап үтелгән Фондтың генераль директоры Константин Цицин һәм Һаҡлыҡ банкыһы башлығы Герман Греф ҡул ҡуйған ошондай система ойоштороу тураһындағы килешеү — республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе.
Ғәлиә НӘБИЕВА.
“Башинформ”.


Вернуться назад