“Тыл һалдаттары”31.01.2014
Киләһе йылда халҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләй. Ил иңенә төшкән юғалтыуҙарҙы, тетрәнеүҙәрҙе, етемлекте хәҙерге быуын йәштәренә күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Совет халҡының ҡаһарманлығы, илһөйәрлеге, берҙәмлеге беҙгә Бөйөк Еңеү таңын бүләк итте. Һуғыш балаларҙы ла иртә өлгөрттө. Атайһыҙ үҫкән быуын да хәҙер инде ил ағаһы, ил инәһе йәшендә.


Оло юбилейҙы ҡаршылап, “Башҡортостан” гәзите Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтөн көс-дарманын һалып ауылдарҙа, ҡалаларҙа хеҙмәт иткән батырҙарға арналған “Тыл һалдаттары” конкурсын иғлан итә.
Ижади бәйгелә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Һуғыш һәм илде аяҡҡа баҫтырыу осоронда бил яҙмай баҫыуҙарҙа, яландарҙа эшләгән игенселәр, малсылар, урмансылар, завод-фабрикаларҙа көнө-төнө фронт өсөн кәрәк-яраҡ етештергәндәр һәм үтә ауыр шарттарҙа эште ойошторған талантлы етәкселәр ошо конкурс материалдарының төп геройы булырға тейеш. Мәҡәләләр күләменең йыйнаҡ булыуы, тормошсанлығы, дөрөҫлөгө һәм миҫалдарға таянып яҙылыуы мотлаҡ.
Конкурсҡа йомғаҡ 2015 йылдың апрель аҙағында яһала. Махсус комиссия, яҙмаларҙы ҡарап, еңеүселәрҙе билдәләй. Иң лайыҡлыларға дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Исем-шәрифегеҙҙе аныҡ, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе тулы итеп яҙып ебәрергә онотмағыҙ. Белешмә өсөн телефон: 272-35-01.
Ижади уңыштар теләйбеҙ!


Вернуться назад