Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙә перинаталь үҙәктәрҙе үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция рәүешендә ил Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Сарала 2014—2016 йылдарҙа федераль дәүләт программаһына ярашлы, 30 төбәктә 32 перинаталь үҙәк төҙөү зарурлығы билдәләнде. Ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 52 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.
Федераль документҡа ярашлы, Өфөлә 130 урынлыҡ өр-яңы Республика перинаталь үҙәген төҙөү күҙаллана. Объекттың яҡынса хаҡы 1 миллиард 976 миллион һум булһа, уның 1 миллиард 476 миллион һумы Мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фондынан бүленә, ҡалғанын Башҡортостан ҡаҙнаһынан алыу ҡарала. Әле проектлауға техник һәм медицина-технологик бурыстар әҙерләнә, төҙөлөшкә ер бүленә.
Бынан тыш, Өфөлә “Әсә һәм бала” компаниялар төркөмө аҡсаһына шәхси перинаталь үҙәк һалыу буйынса эш тамамланып килә.