Һомғол буйлы, йөҙөнән ихласлыҡ бөркөлөп торған һылыуҡай халыҡ араһында пәйҙә булғас, уны шунда уҡ уратып алалар. Килешле итеп тегелгән милли кейемен, сыңҡылдап торған сулпыларын һәр кем тотоп ҡарарға ашыға.
— Һеҙ Рәсәйҙән булаһығыҙмы?
— Эйе.
— Урыҫтарҙың шундай зауыҡлы кейеме бар икән...
— Юҡ-юҡ! Мин башҡорт ҡыҙы булам.
— Башҡорт?!
— Эйе. Беҙ — бик боронғо халыҡ. Дөйөм илебеҙ Рәсәй булһа ла, Урал төбәгендә йәшәгән милләтбеҙ.
— Улай икән... Беҙ Рәсәйҙә урыҫтар ғына йәшәй икән тип уйлаһаҡ...
Кореяла үткән “World Miss University-2014” халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашҡан башҡорт ҡыҙы Айгөл Вәлиева менән башҡа ил вәкилдәре ана шулай һоҡланып, ҡыҙыҡһыныуын белдергән. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алған һылыуҡай донъя кимәлендә үткәрелгән мәртәбәле конкурста Рәсәй данын яҡланы. Әйткәндәй, унда барыу өсөн илебеҙҙең ике меңдән ашыу гүзәле үҙ көсөн һынап ҡараған. Әммә кастинг һөҙөмтәләре буйынса бер нисә телдә иркен һөйләшкән, белемле, зифа буй-һынлы Айгөлгә етеүсе булмаған.
Мәсетле районында тыуып үҫкән сибәркәй үҙенә бағланған оло ышанысты аҡланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Айгөл дүртенсе урынды алып, донъяның иң һылыу ун ҡыҙы исемлегенә индерелде! Бындай ҙур уңышҡа өлгәшкән милләттәшебеҙ алыҫ сәфәрҙән ҡайтҡас та беҙҙең менән тәьҫораттарын уртаҡлашты.
— Донъя кимәлендә һылыуҡайҙар бәйгеһендә Рәсәйҙән, ғәҙәттә, урыҫ ҡыҙҙары ҡатнаша, — тине Айгөл Вәлиева. — Ә инде был юлы ошондай мөмкинлек миңә тура килгәс, тәүҙә ышанмайыраҡ торҙом. Икенсенән, быға тиклем сит илгә аяҡ баҫҡаным да булманы. Шуға күрә лә ата-әсәйем дә борсолоуын белдерҙе. Кореяла көн һайын тиерлек төрлө конкурстар уҙғарылды. Унда алған хис-тойғоларҙан әле һаман иҫкә килә алмайым. Донъя кимәлендә үҙ милләтемде күрһәтә алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен.
Айгөл белдереүенсә, кореялылар татыу, ихлас халыҡ икән. Килгән ҡунаҡтарға улар оло хөрмәт күрһәткән.
— Донъяның төрлө ҡитғаһынан йыйылған ҡыҙҙар менән туғанлашып та өлгөрҙөк, — ти Айгөл. — Әле иһә Интернет аша аралашып торабыҙ.
Тәү күргәндә ниндәй милләттән икәнен белмәһәләр ҙә, һөйкөмлө Айгөлдө тиҙ арала үҙ итеп өлгөргәндәр.
— Һау бул, сибәр башҡорт ҡыҙы! — тип хәйерле юл теләп оҙатып ҡалғандар уны.