2014 йылдың тәүге яртыһында республика халҡына коммуналь хеҙмәттәр өсөн адреслы социаль түләү шәхси ғариза буйынса ғына бирелә, тип һөйләйҙәр. Ошо хаҡта асыҡлап яҙһағыҙ ине.
А. ШӘРИПОВА.
Бөрө ҡалаһы.Гәзиттең үткән һандарында был турала яҙғайныҡ инде. Өҫтәп шуны әйтеү кәрәк: компенсацияны торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнгән дөйөм хаҡ былтырғы июнь айындағы менән сағыштырғанда 12 процентҡа (йәки 15 процентҡа – электр һәм газ тәьминәте өҫтөнлөк иткәндә) артҡан осраҡта ғына алыу мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстың булмауы ла иҫәпкә алына. Хаҡ артымы ғаиләнең дөйөм килеменең 20 проценттан ашыуын тәшкил итһә, субсидия мотлаҡ түләнергә тейеш.
Граждандарға социаль түләү 1 ғинуарҙан бирелә башлай. Уны ярты йыл дауамында алырға мөмкин. 2014 йылдың 30 июнендә мөрәжәғәт иткәндә лә, субсидия 1 ғинуарҙан иҫәпләп түләнә.
Социаль түләүгә ғаризалар ҡабул иткән ойошмаларҙың адрестары менән урындағы хакимиәттәрҙең сайтында танышырға була. Аҡсаны тәғәйенләү һәм шәхси иҫәпкә күсереү менән шөғөлләнгән Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарының адрестары һәм телефондары Хеҙмәт министрлығының сайтында бирелә. Министрлыҡтың сайты: http://mintrudrb.ru.
Әйткәндәй, адреслы социаль түләү 2013 йылдың икенсе яртыһында республиканың барлыҡ халҡына ай һайын түләнгән компенсацияларҙы алмаштырҙы. Тик ул осорҙа бер ниндәй ҙә ғариза һәм документ йыйыуҙың кәрәге юҡ ине. Бөтә эш автоматлаштырылғайны. Ошо рәүешле власть иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән тарифтар ғәмәлгә индерелгән осорҙа граждандарҙың сығымдарын кәметергә тырышты. Ә ҡаҙнаға ҙур ғына баҫым яһалды. Өфөлә компенсациялар күләме 400 миллион һум самаһы тәшкил иткән. Шуның 300 миллионы – республика бюджетынан, тағы ла 100 миллион һумы Өфө ҡаҙнаһынан бүленгән.
ФАЙҘАЛЫ МӘҒЛҮМӘТ
Адреслы социаль түләүҙе алыу өсөн түбәндәге документтар тапшырыла:
* түләүҙе алыуға ғариза;
* Рәсәй гражданы паспортының күсермәһе;
* торлаҡҡа эйә булыу һәм унан файҙаланыу хоҡуғы билдәләнгән документтарҙың күсермәһе;
* ғариза биргәнгә тиклемге айға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһындағы мәғлүмәтте үҙ эсенә алған документтарҙың күсермәһе;
* шәхси иҫәп йәки тулыландырыу күләме, ғәмәлдә булыу ваҡыты сикләнмәгән банк картаһы иҫәбен асыу договорының күсермәһе.