Брагин ҡалдырған ҡомартҡы29.01.2014
Һәр нәмәгә ҡарата һаҡсыл ҡараш булғанда ғына беҙ ата-бабалар мираҫ итеп ҡалдырған серле, үҙенсәлекле төҙөлөшлө, күптәр күңелендә ҡыҙыҡһыныу уятҡан, айырыуса әһәмиәтле ҡомартҡыларҙы һаҡлап, йәш быуынға тапшыра аласаҡбыҙ.


Аллаға шөкөр, бөгөнгә тиклем милләтебеҙ зыялыларының тырышлығы, әүҙем хәрәкәте арҡаһында тәбиғи ҡомартҡылар — Таш өй (Шүлгән мәмерйәһе), Мораҙым һәм Яуымбай мәмерйәләре, изге Торатау, Тарыуал һәм Айҙа болон яландары, Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы эргәһендә уникаль ҡоролма-таш мәсеттәр, Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылы эргәһендә Пәйғәмбәр ташы, йәғни уның уң аяғының эҙен күрһәткән изге таш һәйбәт һаҡлана. Белеүебеҙсә, әүлиә ҡәберҙәрен халыҡ һәр урында ҡәҙерләй. Эҙәрмәндәр, урындағы зыялылар эшмәкәрлегенә иғтибар итһәң, беҙҙең республикала мөғжизәле урындар ифрат күп. Тимәк, уларҙы ата-бабаларыбыҙ һаҡлаған, беҙгә имен-аман тапшырған. Шулай ҙа изге урындарҙы һаҡлау ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Һуңғы йылдарҙа изге Торатау эргәһендә өйөрөлгән "ҡара болот"то ҡыуыу милләт зыялыларына ауырға төштө. Ер-һыуыбыҙға, урман байлыҡтарына хужа булыуҙы юғалта барған осорҙа йәшәгәнебеҙҙе иҫәпкә алғанда, юғарыла күрһәтелгәндәрҙе имен-аман киләсәкке быуынға тапшырыу икеле. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ фәҡәт Мәҙәниәт министрлығы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, йәмәғәт ойошмалары менән берҙәм эшләһәк кенә маҡсатыбыҙға ирешә аласаҡбыҙ... Мәҡәләмдә Екатерина II тарафынан һалынған юлда төҙөлгән таш күперҙәр һәм 1755 йылда Брагин ҡалдырған тарихи ҡомартҡы тураһында һүҙ алып бармаҡсымын.
Белеүебеҙсә, сәнәғәтсе Брагин Баймаҡ районының Әмин ауылы эргәһендәге аҫылташтарҙы әҙерләгәндән һуң, төрлө ысул менән Рәсәйҙең үҙәк ҡалаларына оҙатҡан. Бөтәбеҙгә лә мәғлүм: ул үҙенең хаяһыҙлығы арҡаһында беҙҙең батырҙар тарафынан көтөлмәгәндә үлтерелә. Һөҙөмтәлә иҫән сағында оҙатып өлгөрә алмаған аҫылташ штабеле (оҙонлоғо 2-3 метр, киңлеге 30-40 см), тарих һөйләүсе хазина, Әмин ауылынан саҡрым ярымдағы урманлыҡта һаҡлана...
Һигеҙ йыл элек ошо әһәмиәтле ҡомартҡыны дуҫым Тимерғәле Йосопов алып барып күрһәтте. Кәртәләп алынмағас, шул тирәнән үтеп-һүтеп йөрөгән малдар тызына, килеп ҡараған кешеләр иҫтәлеккә аҫылташты киртеп алып китә. Уны кәртәләп алғанда ҡомартҡы тулы сифатында һаҡланыр ине лә бит...
Екатеринаның таулы-ташлы, ҡара урмандар эсенән, йөҙҙәрсә саҡрымдарға һуҙылған юл һалдырыуы ла Башҡортостан байлығын күберәк файҙаланыу маҡсатында эшләнелә. Урындағы эҙәрмәндәр һөйләүенсә, "Әбей батша" юлындағы күперҙәрҙе мәңгелек итеп эшләттергән. Мәҫәлән, Бөрйән районының Брәтәк ауылы эргәһендәге Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер иҫкергәс, яңыһы төҙөлә. Юлсылар, ҙур-ҙур таштарҙы уҡмаштырып төҙөлгән стеналарҙың өс быуат ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, һин дә мин тороуына хайран ҡала. Таштарҙы айырылғыҙ кимәлдә тотоу өсөн ниндәйерәк иҙелмә ҡулланыуҙарын фаразлап баш ваталар, һәм белгестәр менән стеналар ныҡлығын ентекле тикшергәндән һуң, күпер балкалары емерелмәҫ мәңгелек стеналарға тоташтырылып, уртанан заманса эшләнгән терәүес ҡорама ғына ҡуйыла...

Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.


Вернуться назад