Һиндостан магнит кеүек тарта29.01.2014
Һиндостан магнит кеүек тарта
– Ожмахты күргәндәй булдым, – ти Һиндостанға ете тапҡыр барған Рафаэль Ғиләжев. Был тормошта һәр кем үҙ урынын табырға тырыша. Ә инде йәшәй-йәшәй ул үҙ алдына изге маҡсаттар ҡуя. Үҫмер сағында Рафаэлдең дә донъяға ҡарашы тиҫтерҙәренеке кеүегерәк булғандыр, моғайын. Ғәҙәттә, ауыл малайы хужалыҡтың йә машина-тракторҙар паркында бөтөрөлә, йә ат аҙбарында урала. Ә бына Рафаэль совхоз умартасыһы булып эшләгән атаһына ярҙамлаша. Механизатор сағында ҡорттан сағылып, атаһы Наил ағай өс көн һушына килә алмай ята, әммә шуға ҡарамаҫтан, ул 25 йыл ғүмерен умартасылыҡҡа бағышлаған. Бәлки, киләсәктә кәрәге тейер тип, улын да был шөғөлгә ылаҡтырырға уйлағандыр.


Рафаэль Исламбахты урта мәктәбен тамамлағас, әрмелә хеҙмәт итә, ә һуңынан институтта белем ала. Уны уңышлы тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Һарытау ҡалаһына китә.
Әлбиттә, яҡшы хеҙмәт хаҡы, ике йыл эсендә фатир биреүҙәренә ышанып, тырышып эшләй йәш белгес. Ә инде өмөттәр аҡланмағас, Себер тарафтарына юллана.
Һалҡындарға, ыжғыр бурандарға бирешмәйенсә ете йыл эшләй. 1991 йылда тыуған ауылына ҡайтып төшә лә умартасылыҡҡа йөҙ тота. Кәрәк-яраҡ өсөн йөк машинаһын да һатып ала. Әйткәндәй, умарталарҙы яланға йөрөтөргә тура килә. Улар ҙа йылдан-йыл ишәйә. «Ҡорттарҙың нисек эшләгәнен бала саҡтан уҡ күҙәтеп, ҡарап торҙом, – тип һөйләй Рафаэль Ғиләжев. – Шунан һуң үҙең дә эшсән, хәрәкәтсән булып китәһең. Умарталарҙың һаны 50-гә еткән саҡтары булды. Уларҙың һәммәһен дә ваҡытында ҡарарға, тәрбиәләргә кәрәк. Йәй йоҡо бик эләкмәй».
Был донъя ла бал ҡорто күсен хәтерләтә. Рафаэль ҡул ҡаушырып ултырырға ла, һүҙ бутҡаһы бешерергә лә яратмай. Уға эш кенә булһын. Шулай булмаһа, ихатаһындағы бәләкәй йортто автокран ярҙамында йәнәшәгә күсереп, уның урынына ҙур, бөтә уңайлыҡтары булған иркенен һалырға баҙнат итмәҫ ине. Ҡулында балта уйнатҡан егет күп эшкә маһир. Өс бүлмәле йорттоң һәммәһендә лә Рафаэлдең ҡул йылыһы һаҡлана. Электр, сантехника эштәрен дә үҙе башҡара. Заманса йорт эсендә душлы кабина, эсәр һыуы ла, кер йыуыу өсөн автоматлаштырылған машинаһы ла бар. Ҡайһы берәүҙәр ҡалала ла бындай шарттарҙа йәшәмәй бит.
Әлбиттә, елкәң ҡалын булһа, уй еткәнгә буй еткән, тиҙәр бит. Матди яҡтан ҡарағанда, Рафаэлдең донъяһы түңәрәк кеүек, тик бына 52 йәшлек ирҙең һаман буйҙаҡ булыуы ғына уйландыра. Хәйер, был уның шәхси эше.
Рафаэль бер мәл хозур ил – Һиндостанды төшөндә күрә лә оҙаҡ уйлап тормай, ошо илгә сәйәхәткә сығып китә. Мөмкинселек булғанда ниңә бармаҫҡа? Өфөнән самолет осоп тора.
Беренсе барыуҙа уҡ матурлығы менән күңелде әсир итерлек был ил Рафаэлгә бик оҡшай.
— Һиндостандың һауаһы ла бөтөнләй икенсе, — тип һөйләй ул. – Бында үҙеңде ожмахтағы кеүек хис итәһең.
Илдең хозурлығын, әкиәти матурлығын һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгел... Шуға ла Рафаэль мөмкинлек тыуған һайын үҙенә магнит кеүек тартып торған был илгә юллана. Бигерәк тә халыҡтың ябайлығы, аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән аллеялар, урамдар, үҙенсәлекле орнаменттар менән биҙәлгән биналар оҡшай уға.
Туристар өсөн ҡыҙыҡлы экскурсиялар юғары кимәлдә ойошторолған. Хаҡтар ҙа тешләшмәй. Кешеләргә ҡарата мәрхәмәтлек, ихтирамлыҡ тураһында һөйләп тораһы ла юҡ.
Эйе, был тормошта кеше нимәнәндер тәм, йәм, рух ныҡлығы табып йәшәй, үҙенә ниндәйҙер йүнәлеш ала. Һиндостанға күп тапҡыр сәйәхәт ҡылыу уның күңелендә ни бары яҡты эҙҙәр генә ҡалдырған.


Вернуться назад