Ҡыш, ниһайәт, ысын холҡон күрһәтте: сатлама һыуыҡтары менән “сыбыҡлай” бирә. “Башгидромет” үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, һалҡын температура февраль баштарына ҡәҙәр һаҡланасаҡ.
Сатлама һыуыҡ, әлбиттә, берәүгә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡалаларҙа, мәҫәлән, күптәр иртәнсәк мәлендә эшкә сығып китә алмай йонсой: автомобилде ҡабыҙыу байтаҡ ваҡытты ала. Бындай проблема йәмәғәт транспортын да урап үтмәй. Ә инде тышта эшләгәндәргә, айырыуса төҙөүселәргә, “ҡайыш”тың иң әсе ере эләгә.
Мәғариф учреждениелары, балалар иһә — хәстәрлек үҙәгендә. Башҡортостан Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге етәксеһе Рәмилә Ишемғолованың әйтеүенсә, муниципалитеттарға 9 ғинуарҙа уҡ мәғариф министры урынбаҫары В.В. Аристархов исеменән хат ебәрелгән. Унда, “Халыҡтың Санитария-эпидемиология именлеге тураһында”ғы Федераль закондың 28-се, 29-сы статьяларына ярашлы, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе, һалҡын тейеүҙән киҫәтеү маҡсатында, дәрестәрҙән ниндәй һауа температураһында азат итеү мөмкинлеге хаҡында хәбәр ителә (был хаҡта гәзитебеҙҙең үткән һанында әйтеп үткәйнек). Мәғлүмәт менән министрлыҡтың рәсми сайтында ла танышырға мөмкин (Интернеттағы адресы — morb.ru).
Шул уҡ ваҡытта, СанПин талаптарына ярашлы, дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәре мәктәптә температураны контролдә тоторға бурыслы.
Рәмзә ЯМАЛОВ, Илеш районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:— Районда балаларҙы һалҡындан киҫәтеү буйынса эш йыл дауамында алып барыла. Сыныҡтырыу күнекмәләре уҙғарыуға, спортҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ. Республика Мәғариф министрлығының уҡыусыларҙы ниндәй һауа температураһында мәктәпкә ебәрмәү мөмкинлеге хаҡындағы хаты һәр мәктәпкә таратылды. Бала уҡырға барамы-юҡмы — уныһын ата-әсә үҙе хәл итә. Килә икән, уҡытыусылар дәрес бирергә әҙер, мәктәптәр йылы.
Ғөмүмән, беҙҙең илештәр һалҡындан ҡурҡа торғандарҙан түгел. Мәҫәлән, ике көн элек Ҡарабаш ауылына барғайным. Тышта — 30 градус һыуыҡ, ә малайҙар тирләп-бешеп хоккей уйнай! Заманында ҡаты һөжүмдәрҙе кире ҡаҡҡан халҡыбыҙ бындай ғына һалҡындарға бирешеп тормаҫ!
Эльвира ТӨХВӘТУЛЛИНА, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығындағы матбуғат хеҙмәткәре:– 2 февралгә ҡәҙәр көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә. Һауа температураһының көндөҙ урыны менән – 27-30, төндә иһә 35-40 градусҡа етеүе ихтимал. Бындай һыуыҡта йылы менән тәьмин итеү системаларының көсөргәнешле эшләүе йә боҙолоуы арҡаһында янғындар сығыуы ихтимал. Һалҡындарҙа кешеләрҙең өшөү осраҡтары ла йышая торған.
Шуға ла был осорҙа урамға артыҡ йыш сығыу кәңәш ителмәй, балаларҙы ла йортта ҡалдырыу яҡшыраҡ. Тышҡа сыҡҡанда ҡайнар сәй йә кофе эсергә, ҡалын итеп кейенергә тырышығыҙ. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе бар, шуға күрә уларҙан тыйылыу яҡшыраҡ булыр. Һыуыҡтан йылыға ингәндә, ҡабаланып ҡайнар сәй эсмәгеҙ, душ инмәгеҙ. Һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүе йөрәк-тамыр системаһына баҫымды көсәйтә, бының эҙемтәһе нисек булырын фаразлауы ауыр. Организм 20 – 30 минут дауамында бүлмә температураһына өйрәнергә тейеш.
Янғын сыҡмаһын өсөн сифатһыҙ йылытҡыстарҙан баш тартығыҙ, уларҙы һәм мейесте ҡарауһыҙ ҡалдыра күрмәгеҙ. Кисектергеһеҙ ярҙам талап ителгәндә кеҫә телефонынан 112 һанына шылтыратығыҙ. Шылтыратыу өсөн аҡса кәрәкмәй — бушлай.