Хеҙмәт пенсияһы арта29.01.2014
1 февралдән ҡартлыҡ, инвалидлыҡ һәм ҡараусыны юғалтыу буйынса хеҙмәт пенсияһы 6,5 процентҡа арта.


Башҡортостанда был яңылыҡ 1,01 миллион кешегә ҡағыла, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһендә. Өҫтәмәнең аныҡ күләме һәр кешегә айырым иҫәпләнә.
Ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ йәки ҡараусыны юғалтыу буйынса бер үк ваҡытта ике пенсия алыусыларға ҡартлыҡ пенсияһы ғына индексациялана. Хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшөн алған 6 400 хәрби пенсионерға ла ҡағыла был өҫтәмә. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 10,7 мең һумға етәсәк.
— Түләүҙе арттырыу өсөн айына 700 миллион һум аҡса кәрәк, – тине Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров. – Финанс бар. Өҫтәмәне Пенсия фонды идаралығы иҫәпләй. Бының өсөн ғариза биреүҙең кәрәге юҡ.


Вернуться назад