Фекерле булыуҙарына һоҡландыҡ28.01.2014
Яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттары уҡыусыға ғилем юлында даими эҙләнеү бурысын ҡуя. Ошо талапҡа ярашлы беҙ, буласаҡ педагогтар, Республика башҡорт лицей-интернатында асыҡ дәрестәр күрһәттек.


X класта Мөхәмәтша Буранғоловтың "Башҡорт туйы" драмаһы буйынса йомғаҡлау дәресе ифрат йәнле барҙы. Уҡыусыларҙың төплө уйланылған, тулы фекерҙәренә һоҡландыҡ. Теманы бөгөнгө тормош менән бәйләү улар өсөн айырыуса әһәмиәтле булғандыр.
Уҡыусыларға өйҙә башҡа халыҡтарҙың туй йолалары тураһында проект булдырыу бурысы ҡуйылды. Был, бер яҡтан, эҙләнеү эштәренә өйрәтһә, икенсе яҡтан, донъяға ҡарашты киңәйтә. Дәрескә әҙерләнгән ваҡытта уҡытыусыларыбыҙҙың кәңәштәре ныҡ ярҙам итте.
Ошо уҡ көндә лицей-интернат уҡытыусылары, факультетыбыҙҙың дәүләт практикаһын үтеп йөрөгән V курс студенттары асыҡ дәрестәр бирҙе. Һуңынан башҡарылған эштәргә анализ яһалды. Унда уҡытыусылар ғына түгел, студенттар ҙа үҙ фекерен әйтте. Филология фәндәре кандидаты, доцент Зәки Әлибаевтың, педагогика фәндәре кандидаты, доцент Мәрхәбә Дәүләтшинаның, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Таңсулпан Исламова менән Мәүлиха Дәүләтшинаның теләктәре айырыуса фәһемле булды.

Сулпан МӨХӘМӘТЙӘРОВА, Илһөйәр СӘЛИХОВА,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары.


Вернуться назад