Силәбелә башҡортса гәзит донъя күрҙе11.01.2012
Силәбе өлкәһенең Нязепетровск ҡалаһында башҡорт телендә “Тыуған яҡ” тип исемләнгән гәзит нәшер ителә башланы.
Дүрт табаҡтан торған баҫма айына бер тапҡыр сығасаҡ. Бында Силәбе ерендә йәшәгән башҡорт зыялыларының тормошон, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған мәҡәләләр, һүрәтләмәләр, шағирҙарҙың ижад емештәре донъя күрәсәк. Быға тиклем районда башҡорт телендә телетапшырыуҙар ҙа, баҫмалар ҙа булмаған.


Вернуться назад