Беҙҙең мәктәптә тиҫтәгә яҡын түңәрәк эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһына ҙур теләк менән йөрөйбөҙ. Былтыр эшләй башлаған "Робототехника" түңәрәгендә айырыуса ҡыҙыҡ һәм күңелле.
Уны мәктәп директоры Инсур Үтәбаев алып бара. Уңыштарыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, былтыр түңәрәктең әүҙем ағзалары Алина Боҫҡонова, Фирғәт Шәмиғолов һәм Динис Заһитов республика уҡыусылары һәм студенттары араһында уҙғарылған робототехника чемпионатында II урынды яулап ҡайтты. Ярышта 67 команда ҡатнашҡан.
Роботтарҙың арҡан тартышҡанын күргәнегеҙ бармы? Ә беҙҙең мәктәптә ошондай тамаша ойошторолдо. Түңәрәк ағзалары үҙҙәре ҡорған роботтарҙы көс һынаштырып ҡараны. Һөҙөмтәлә Алина Боҫҡонованың "көрәшсе"һе майҙан батыры булып танылды.
Ябай роботты һәр кем төҙөй ала. "Робототехника" түңәрәгенең ағзаһы Фирғәт Шәмиғоловтың әйтеүенсә, бының өсөн фәҡәт түҙемлек, ныҡышмаллыҡ кәрәк. Күрһәтелгән өлгөгә ҡарап эшләү — ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та шөғөл.
Әле мәктәптә ете "LEGO" конструкторҙары бар. Тәүҙә икәү ине, былтыр Бөрйән районын социаль-иҡтисади үҫтереү мәрхәмәтлек фонды биш комплект бүләк итте.
— Республикала уҙғарылған робототехника чемпионатында ауыл мәктәптәренән беҙ генә булдыҡ, — ти түңәрәк етәксеһе Инсур Рәмил улы. — Башҡа ҡатнашыусылар гимназия, лицейҙарҙан, махсус техник үҙәктәрҙән ине. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ кимәлдәге конкурстарҙа көстө һынап ҡарарға ниәт бар. Эшебеҙҙә һәр яҡлап ярҙам тоябыҙ. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы ла иғтибарынан айырмай. Маҡсатыбыҙ — инженерҙар тәрбиәләү.
Нурзилә УСМАНОВА,
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы.