"Йәйләү" балалар ял итеү үҙәге 16 йыл эшләй. Маҡсаты — һәләтле уҡыусыларға өҫтәмә этнографик, тарихи, мәҙәни белем биреү һәм уларҙы һауыҡтырыу.
Бында балалар ырыуҙарға бүленә. Аралашыу тик башҡорт телендә булырға тейеш. Көн һайын йыр-бейеү, шәхестәргә арналған кисәләр, конкурстар, "Йәйләү һылыуы", "Йәйләү батыры" кеүек ярыштар сиратлап уҙғарыла. Башҡорт халыҡ ижадына арналған үҙенсәлекле саралар ҙа балаларға бик оҡшай, уларҙың һәләтен, зирәклеген асырға, үҫтерергә ярҙам итә.
"Йәйләү"ҙә ял иткәндәр мотлаҡ ҡумыҙ, ҡурай уйнау серҙәренә төшөнөргә тейеш, шуға күрә был музыка ҡоралдарын ныҡлы белгән ижад кешеләре менән осрашыуҙар үткәрелә.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, лагерға килергә теләүселәр күп булһа ла, уларҙың барыһын да алыу мөмкинлеге юҡ, сөнки республиканың Мәғариф министрлығы бер генә смена (100 бала) ойоштороуға матди ярҙам бүлә ала. Миңә иһә, программа авторы булараҡ, сентябрҙә үк мөрәжәғәт итә башлайҙар. "Йәйләү"гә нисек эләгергә? Балам бара алмай ҡалһа, мәхрүм була инде..." — тип борсола ата-әсә. "Мәрйәм инәй, "Йәйләү" эргәһендә палатка ҡороп булһа ла ял итке, үҙебеҙсә бейеп-йырлап ҡайтҡы килә. Рөхсәт итерһегеҙме?" — тип тә шылтырата лагерға килеү мөмкинлегенән мәхрүм ҡалғандар...
Ун алты йыл инде ошо "Йәйләү"ҙе йыл әйләнәһенә хеҙмәт күрһәтерлек үҙәк итеү маҡсаты менән йөрөлә, әммә мөмкинлек табылмай. Хатта тәғәйен урыны ла юҡ бит уның: райондан районға күсеп йөрөргә мәжбүрбеҙ. Өйҙәш булып йәшәмәһен ине "Йәйләү"! Милләтебеҙҙең рухи һәм тән сәләмәтлегенә битараф түгел кешеләрҙең башланғысыбыҙҙы үҫтереүгә ярҙам итеренә иманыбыҙ камил.