Хеҙмәт баҙары мәнфәғәтендә28.01.2014
Хеҙмәт баҙары мәнфәғәтендә
Республиканың ике ҙур юғары уҡыу йорто — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты — ғилми-методик һәм кадрҙар ресурсын берләштерергә һүҙ ҡуйышты. БДПУ-ның ректоры Раил Әсәҙуллиндың әйтеүенсә, был — заман талабы.


— Идея күптән тыуғайны, — ти ул. — Республиканың хеҙмәт баҙарына мониторинг уҡыу йорттарының белгестәр әҙерләү йәһәтенән берҙәм эшләмәүен күрһәтте. Күп осраҡта һөҙөмтәлелеккә түгел, ә конкуренцияға ынтылыш һиҙелде. Килеп тыуған хәл, әлбиттә, эш биреүселәр, власть структуралары тарафынан тәнҡитләнеүгә дусар булды.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, көстәрҙе берләштереү маҡсаты менән Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты етәкселегенә ике йыл элек мөрәжәғәт иткәйнек. Шул мәлдә үк алдыбыҙға республиканың социаль тармағына белгестәр әҙерләү, төбәк иҡтисадындағы заманса процестарҙы ғилми-методик йәһәттән тәьмин итеү бурыстарын ҡуйҙыҡ.
Ғөмүмән, глобалләштереү процесы юғары белем алыу өлкәһенә етди үҙгәрештәр индерә. Улар араһында конкуренция көсәймәй, ә яңы сифатлы кимәлгә күтәрелә. Белеүегеҙсә, республика Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә юғары уҡыу йорттарының тарҡау булыуын билдәләгәйне. Заманға яраҡлашыу шарт. Студент төрлө формала белем алырға, төп дипломын онлайн-курстар һәм башҡа ресурстар менән тулыландырырға теләй икән, беҙ уға бындай мөмкинлекте бирергә әҙер. Шул уҡ ваҡытта яңы уҡыу йорто даими үҫеште маҡсат итеп ҡуйырға тейеш.
Берләшеү бик күптәрҙең эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл итәсәк. Шул уҡ ваҡытта Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты студенттарына БДПУ-ның бай спорт-һауыҡтырыу базаһын, ғилми-методик һәм лаборатор фондын файҙаланыу, данлыҡлы ижади коллективтарында шөғөлләнеү мөмкинлеге асыла.
Әлбиттә, яңы уҡыу йортон булдырыу ике яҡтан да күп көс талап итәсәк. Әммә, һөҙөмтәне күҙаллап, алға ышаныс менән ҡарайбыҙ.


Вернуться назад