Башҡорт ете быуынын белергә тейеш тигән хәҡиҡәткә тоғро ҡалып, халҡыбыҙ нәҫел-ырыуын ҡыҙыҡһынып өйрәнә, документтар туплай, архивтарға мөрәжәғәт итә. Был эште шәжәрә байрамдары айырыуса йәнләндереп ебәрә.
Беҙҙең ҡалала ла рухлы, тамырҙарына битараф булмаған кешеләр күп. Алтын ҡуллы хеҙмәт уҡытыусыһы Рәсимә Камалова — тап шундайҙарҙан.
— Барыһы ла ейәнебеҙҙең башҡорт теленән бирелгән өйгә эшенән башланды, — ти ул. — Уҡытыусыһы шәжәрә төҙөп килергә ҡушҡайны. Башта ишетеп-белгәндәргә таянып ҡына эш башлағайным, аҙаҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотоноп киттем. Тулы, дөрөҫ мәғлүмәт алыр өсөн Өфө, Мәскәү архивтарына мөрәжәғәт итергә тура килде.
Рәсимә Ҡәҙим ҡыҙы атаһы яғынан Ғиндуллиндар ғаиләһенең — 11, ә әсәһенең нәҫеле Мәғсүмовтарҙың 14 быуынын өйрәнгән. Архив яҙмалары күсермәләре, хаттар, фотоһүрәттәр, белешмәләрҙән ике ҙур папка барлыҡҡа килгән. Уларҙы киләсәктә китап итеп баҫтырырға йыйына Рәсимә Ҡәҙим ҡыҙы.
Яҙмаларҙан күренеүенсә, улар ҡараған ырыу XVII быуат урталарында йәшәгән Шабай Биягиндан башланған. Ғаиләләренә фамилия биргән Ғиндулла Әбделғәниев Совет власы урынлашҡанға тиклем Борай районындағы Дүсмәт ауылы мәсетенең имам-хатибы булған. Был вазифаны 30 йылға яҡын башҡарған диндарҙы ауыл халҡы "әүлиә" тип йөрөткән. Ғиндулла хәҙрәттең ҡушыуы буйынса ҡаҙылған ҡоҙоҡ һыуын дүсмәттәр әле лә эсә. Ғәҙел, яуаплы мөғәллим шәкерттәренән, шулай уҡ үҙ балаларынан "Ҡөрьән"де яттан белеүҙе талап иткән.
"Әсәйем Миңлесафия Елдәк тархан ырыуынан булған, — тиелә Рәсимә Ҡәҙим ҡыҙының яҙмаларында. — Уның бабаһы Борай Ергозин 1610 йылда Борай ауылына нигеҙ һалған. Был хаҡтағы мәғлүмәттәр Мәскәү архивтарында һаҡлана".
Р. Камалованың ата-әсәһе — Миңлесафия менән Ғәбделҡәҙим Ғиндуллиндар — һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә. Ғаилә башлығы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, фронттан әйләнеп ҡайтҡас, тракторсылар бригадаһын етәкләй, партия ағзаһы, депутат була. Сафия апай ҙа ғүмер буйы колхозда тир түгә. Ете малай араһында тәрбиәләнһә лә, Рәсимә иркә булып үҫмәй, бәләкәйҙән үк әсәһенең ярҙамсыһы, уң ҡулы була.
Ғиндуллиндарҙың барлыҡ балалары яҡшы уҡый, мәктәптән һуң юғары белем алып, матур тормош ҡора. Рәсимә Ҡәҙим ҡыҙына килгәндә, ул институт тамамлағандан һуң тәүҙә Борай районында 13 йыл инглиз теленән уҡытҡан. Унан, ғаиләһе менән Ағиҙел ҡалаһына күсеп килгәс, 1-се мәктәптә хеҙмәт дәресен үткәрә башлаған. Ныҡышмал кеше булараҡ, яңы һөнәренең бөтөн серҙәренә өйрәнә. Мәктәптә йыл һайын ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолоуы, унда балалар ижадының да лайыҡлы урын алыуы — Рәсимә Ҡәҙим ҡыҙының тырышлығына аныҡ дәлил.
Эйе, ата-әсәнән мираҫ булып ҡалған күркәм сифаттарҙы, һәләтте үҫтереү, йәш быуынға тапшырыу — һәр кемдең изге бурысы. Ошоно ныҡлы төшөнгән Рәсимә Ҡәҙим ҡыҙы башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәй.