Уҙған йыл республиканың мәғариф тармағы байтаҡ үҙгәреш кисерҙе. Шуларҙың иң мөһиме тип, әлбиттә, белем биреү тураһында яңы ҡануниәт булдырылыуын билдәләргә кәрәк. Уның талаптарына ярашлы эшмәкәрлектә ниндәй уңыштар һәм ауырлыҡтар бар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға "Интерфакс" мәғлүмәт агентлығында республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов яуап бирҙе.
Ведомство етәксеһе һүҙҙе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан башланы. Балалар баҡсалары асыу, иҫкеләренә капиталь ремонт уҙғарыу, заманында икенсе ойошмаларға бирелгәндәрен кире юллап алыу, ғаилә тәрбиәһе, гувернерлыҡ һәм башҡа төр эштәргә ярашлы, былтыр сабыйҙар өсөн 15 меңдән ашыу урын булдырылған. Быйыл февралдә "Берҙәм электрон сират" проекты тормошҡа ашырыла башлай, әле был технология тикшереү үтә. Сиратҡа тороуҙы тиҙләтеү, еңелләштереү маҡсаты күҙ уңында тотола. Министрҙың әйтеүенсә, республикала мәктәпкәсә йәштәге 324,6 мең бала бар, уларҙың 14 меңе тәрбиә учреждениеһына тиҙ арала урынлаштырыуға мохтаж.
Мәктәптәр иһә, тыуым кимәленә ярашлы, йыйнаҡ системала эшләй. "Әгәр әле ҡайһылыр районда белем биреү учреждениеһы ҡулайлаштырылыуға дусар булған икән, балалар күбәйә ҡалһа, ул тергеҙеләсәк, — тине Әлфис Суфиян улы. — Уларға ғүмерлек йоҙаҡ эленмәгән, бина һатылмай, башҡа ойошмаларға бирелмәй".
Дөйөм алғанда, әле республикала 1 587 көндөҙгө мәктәп һәм мәктәп-интернат, шул иҫәптән 83 гимназия, 58 лицей, өс кадет учреждениеһы бар, уларҙа 430 меңгә яҡын уҡыусы белем ала. Кабинеттарҙы заманса техника менән йыһазландырыуға, уңышлы эш өсөн киң мөмкинлек тыуҙырыуға дәүләт тарафынан күп көс һалына. Әле, мәҫәлән, бер компьютерға 6,7 бала тура килә.
Уҡытыусыларға яҡшы шарттар тыуҙырыу маҡсатының да иғтибар үҙәгенән төшкәне юҡ. Министрҙың һүҙҙәренсә, быйыл педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 25 мең һумдан ашыуға етәсәк. Былтыр был һан 24 мең һумға яҡын булған. "Һөҙөмтәлә күптәр мәктәпкә эшкә килә башланы, уҡытыусылар араһында ир-аттың да күбәйеүе күҙәтелә", — тип билдәләне Әлфис Ғаязов. Ул класс етәксеһе өсөн түләүҙәргә айырым туҡталып үтте. "Элек был аҡса федераль ҡаҙнанан 15 процентлыҡ премия булараҡ бирелә ине. Быйыл ул юҡ. Әммә сара күрелде: класс етәкселеге өсөн республика бюджеты иҫәбенә 25 процент түләнәсәк", — тине министр.
Бынан тыш, матбуғат конференцияһында Берҙәм дәүләт имтиханына, уҡыусыларҙың йәйге ялын уҙғарыуға, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға дәүләт яҡлауы күрһәтеүгә бәйле һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.
(Сарала күтәрелгән мәсьәләләр хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән сираттағы һандарҙа танышырһығыҙ).