Сатлама һыуыҡтар башлана, тиҙәр28.01.2014
Был аҙнала Башҡортостанда уртаса һауа температураһы күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 8—10 градусҡа түбәнерәк булмаҡсы.


— Аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ көндәр көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Һауа температураһының төндә 23—28 градус, айырым райондарҙа 35 градусҡа тиклем һалҡын булыуы ихтимал. Көндөҙ ҙә 18—23 градуслыҡ һыуыҡтар буласаҡ, — тип хәбәр итте “Башгидромет”тың баш синоптигы Анна Козаева.
Шаршамбынан кесе йомаға ҡарай һәм кесе йоманан йомаға ҡарай төндә республикала ҡырҡа һалҡынайтыуы көтөлә. Төндә термометр бағанаһының — минус 30—35, төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш һәм таулы райондарҙа урыны менән 40 — 45 градусты күрһәтеүе ихтимал. Көндөҙ иһә 25—30 градуслыҡ һалҡын торасаҡ.
23 градусҡа тиклем һалҡынайтҡанда — ауыл, 25 градус булғанда ҡала мәктәптәренең башланғыс класс уҡыусылары дәрес ҡалдыра ала. Өлкән класс балаларына 30-32 градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.
Әммә, Башҡортостандың Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, баланың уҡырға барыу-бармауын, һауа шарттарына ҡарап, ата-әсә үҙе хәл итә. Дәрестәргә килгәндә, уҡыусылар һанына ҡарамаҫтан, улар мотлаҡ үткәрелә.


Вернуться назад