2014 йылдан коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙең дөйөм күләмен арттырыу проценты Хөкүмәт тарафынан кәмендә өс йылға раҫлана. Ошоға бәйле Дәүләт Думаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев аңлатма бирҙе.
— Хеҙмәттәргә тарифтарҙы ни бары 5 процентҡа арттырыу осраҡтары булды, ләкин ҡулланыу нормативтарына ярашлы хаҡ ҡайһы саҡта 50 процентҡа артып китә ине, — тине Павел Рюрикович. — Һәр төбәк өсөн түләүҙәрҙең иң юғары артымы федераль кимәлдә билдәләнә. Төбәк власына был күрһәткесте күп тигәндә 1,5 тапҡырға күтәреү рөхсәт ителә. Ошо сикте үткәндәр йәмәғәт тыңлауҙарында үҙ фекерен нигеҙләргә тейеш.