Бынан ары биләмәләрҙең атамаһын үҙгәрткәндә республика халҡының фекере иҫәпкә алынасаҡ. “Башҡортостандың административ-территориаль ҡоролошо тураһында”ғы Законға ошоға ҡағылышлы төҙәтмәләр индерелә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, әлегә тиклем закон тексында бындай положение юҡ ине, шулай ҙа атамаһы үҙгәргән биләмәләр халҡының фекере һәр саҡ иғтибарға алынды.
— Бындай күренештәрҙе халыҡ үҙе башлай бит, — тине матбуғат хеҙмәте етәксеһе Илгиз Абдуллин. – Ике ауыл ҡушылғанда йәки яңылары барлыҡҡа килгәндә кешеләр айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтә.
Мәҫәлән, 2010 йылда йәмәғәтселек башланғысы буйынса Нуриман районындағы Пушкин ҡасабаһы менән Киров утары ауыл статусына эйә булғайны.