Төньяҡ төбәк төҙөкләнә28.01.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Яңауыл һәм Ҡалтасы райондарында булды.


Ҡазаға тарығандар имен йортҡа ҡайтасаҡ

Яңауыл ҡалаһында республика етәксеһе яңыраҡ булған фажиғә урынын — Совет урамындағы биш ҡатлы йортто төҙөкләндереү барышын тикшерҙе. Янғындан аҙыраҡ зыян күргән икенсе һәм дүртенсе подъездарҙағы фатирҙарҙың бер өлөшө йәшәү өсөн яраҡлы. Әле бында хужалар күсә башлаған. Газ баллоны шартлаған өсөнсө подъезда байтаҡ эш башҡарыу бурысы тора. Экспертизанан күренеүенсә, бындағы фатирҙарҙың барыһына ла етди ремонт үткәрергә кәрәк.
Объектҡа 157 төҙөүсе йәлеп ителгән. Эш оҙайлы смена буйынса ойошторолған. Эшселәр әйтеүенсә, етешһеҙлектәр март аҙағына тиклем бөтөрөләсәк. Икенсе һәм дүртенсе подъездарҙа ремонтты февралдә үк тамамлау көтөлә. Әле өсөнсө подъезда йылылыҡ селтәре сафҡа индерелгән, башҡа коммуникациялар төҙәтелә. Ишектәр, тәҙрә быялалары ҡуйылған, стеналар төҙөкләндерелгән. Баҫҡыстар, бүлмәләр араһындағы диуарҙар нығытыла.
— Заманса төҙөлөш технологиялары эште тиҙ һәм сифатлы башҡарыу мөмкинлеген бирә. Өс подъездың барыһында ла эште март аҙағына — апрель башына тамамларға тейешбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, төҙөүселәргә мөрәжәғәт итеп. — Экономиялау кәрәкмәй. Эштең сифатлы башҡарылыуы шарт.
Урамда республика Президенты зыян күргән йорттоң хужалары менән аралашты. Артабан ул янғын һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалған кешеләр менән осрашты, уларҙы “Кама” ҡунаҡханаһында һәм нефтселәрҙең дөйөм ятағында ваҡытлыса урынлаштырыу шарттары менән танышты.
“Яңауылдағы ғәҙәттән тыш хәлдә үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре йылдам эш итте, үҙҙәренең хеҙмәт бурысын лайыҡлы үтәне”, — тине Башҡортостан Президенты табиптар менән әңгәмәлә. Ул шулай уҡ дауахананың матди-техник базаһы менән ҡыҙыҡһынды. Баш табип Ришат Хәмитов әйтеүенсә, былтыр һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу программаһына ярашлы дауаханаға реанимобиль тапшырылған, ул ҡаты имгәнгән кешеләрҙе ташыуҙа әүҙем файҙаланыла. Һөйләшеүҙә шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһе күтәрелде. Әле дауаханала 93 табип, 459 урта медицина хеҙмәткәре, 180 кесе медперсонал эшләй. Учреждение кадрҙар менән 58 процентҡа тәьмин ителгән. Былтыр табиптарҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 37 510 һум булған, яңы эш башлаған табиптар иһә 24 мең һум самаһы аҡса ала.


Вернуться назад