Иң шәп почтальон – Сибайҙа11.01.2012
Сибай ҡалаһында почтальон булып эшләгән Ғәлиә Муллағәлиева “Подписка кешеһе-2011” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип иғлан ителгән.
“Рәсәй Почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы ойошторған бәйге ике этапта үтә. Тәүгеһендә – төбәктә матбуғатҡа яҙылыу эшен әүҙем алып барған почтальонды, артабан улар араһынан “иң-иң” шәп ун ике кешене билдәләйҙәр.
Ғәлиә Муллағәлиева почта бүлексәһендә 2005 йылдан эшләй. 2007 йылда ул республикала иң яҡшы почтальон исемен яулаған һәм туристик путевка менән бүләкләнгән.


Вернуться назад