Тәҡдимдәр ҡабул ителә25.01.2014
Башҡортостан Республикаһының Учалы районы муниципаль районының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған территориаль һайлау комиссиялары ағзаһы вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған комиссияның яңы ағзаһын тәғәйенләүгә бәйле кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан һуң утыҙ көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:
450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 250-66-22.