Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почет грамоталарын тапшырыу тантанаһында нәшриәт, полиграфия өлкәһендә эшләүселәр һәм журналистарҙы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов тәбрикләне.
– Беҙ барыбыҙ ҙа бер үк эште башҡарабыҙ, халыҡҡа мәғлүмәт еткерәбеҙ, теге йәки был ваҡиғаға ҡарата йәмғиәт фекерен тыуҙырабыҙ. Бөгөн был залда йыйылыусыларҙың эше халыҡҡа уҡымлы баҫма булып барып етә. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине ул.
Бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла утыҙ йылға яҡын ошо тармаҡҡа көсөн һалған. Гөлназ Фазлиәхмәтова “Китап” нәшриәтендә егерме йылдан ашыу эшләй. Әле ул — нәфис әҙәбиәт редакцияһы бүлеге мөхәррире. Йылына уның ҡулы аша 12-гә яҡын китап үтә.
— Яңы йылдан Гөлфиә Юнысованың һайланма әҫәрҙәре йыйынтығы, Ғәлим Хисамовтың “Өн һәм һан” романы, Рамазан Өмөтбаевтың “Ирәндектең күкһел томаны” трилогияһы өҫтөндә эш башланыҡ. Был китаптар йылдың тәүге кварталында магазин кәштәләренә сығасаҡ, — тине Гөлназ Йомағол ҡыҙы.
Хәйбулланан ирле-ҡатынлы Мәрйәм менән Ринат Иманғоловтар. “Хәйбулла хәбәрҙәре” редакцияһы хеҙмәткәрҙәре. Мәрйәм Ғәли ҡыҙы хаттар бүлеген етәкләй.
— Редакцияға 25 йыл элек эшкә килдем. Тәүҙә корректор, һуңынан тәржемәсе булдым. Хаттар бүлеге иһә күңелемә яҡын, сөнки беҙ гәзит уҡыусыларҙың һәр һулышын тойоп, улар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйбеҙ. Йылына яҡынса 400-гә яҡын хат алабыҙ. Ололар ауыл проблемалары, уңған ауылдаштары, эшҡыуарҙар хаҡында яҙһа, балалар мәктәптә үткән саралар тураһында бәйән итә, — тип гәзит тормошо менән таныштырҙы Мәрйәм Ғәли ҡыҙы.
Хеҙмәттәштәребеҙҙе лайыҡлы наградалары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!