Райондың балалар баҡсаларында урындарҙы арттырыу өсөн күп эш башҡарыла. Байтаҡ ауылдарҙа улар ремонтланды, өҫтәмә урындар булдырылды. Асҡарҙың Көнсығыш-2 биҫтәһендә йәшәүсе ата-әсәләрҙең дә күптәнге хыялы тормошҡа ашасаҡ: бында балалар баҡсаһы төҙөлә. Тиҙҙән атай-әсәйҙәр, кескәйҙәрен тәрбиәсе ҡулына тапшырып, тыныс күңел менән эшкә китәсәк.
Республиканың адреслы инвестиция проекты буйынса төҙөлгән объекттың заказсыһы — Капиталь төҙөлөш идаралығы. Аукционда «Баймаҡ ПМК-һы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры — Р.Р. Сырлыбаев) еңде. Аҡса бүленеп, төҙөлөш эштәре башланды ла инде.
Көнсығыш-2 биҫтәһенең уртаһында бер нисә көн элек буш ятҡан ялан ҡыҙыу төҙөлөш майҙансығына әүерелгән. Әле фундамент һалыу бара, аҙна аҙағына тиклем нигеҙҙең соҡорон ҡаҙып бөтәсәктәр. Сығарылған таш та маҡсатлы файҙаланыла, биҫтәнең урамдарына түшәлә. Монтажсылар бригадаһы төҙөлөш эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта тамамламаҡсы, объектты киләһе йылда тапшырыу планлаштырыла. Ул 139 урынға иҫәпләнгән.
Заманса, бөтә уңайлыҡтары, уйын майҙансыҡтары булған балалар баҡсаһына кескәйҙәр рәхәтләнеп йөрөйәсәк.