Балалар баҡсаһына нигеҙ һалынды11.01.2012
Краснокама районының Николо-Березовка ауылында 110 урынлыҡ балалар баҡсаһына нигеҙ һалынды.
Ике ҡатлы заманса бинаны төҙөү өсөн яҡынса 70 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ. Ул тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эргәһендә урынлашҡан. Беренсе ҡатта бәләкәс балалар шөғөлләнәсәк, икенсе ҡаттағы төркөмдәргә өлкәнерәктәр йөрөйәсәк. Баҡсала гимнастика, компьютер залдары буласаҡ. Төҙөүселәр бинаны йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.


Вернуться назад