Сер түгел, өй эсендәге тәртип, зауыҡ, мул табын ҡатын-ҡыҙҙың бөтмөр, уңған, тәрбиәле булыуына бәйле. Беҙҙең өләсәйҙәр, бәләкәй генә туҡыма киҫәген дә ташламай, ҡорама ҡорған, аяҡ аҫтында үҫкән үләнде лә аш иткән. Тал Ҡусҡары ауылында йәшәүсе Зәлифә Кирамова ла — ҡулдарынан нур тамыҙған егәрле хужабикә. Уның донъяһы, үҙе кеүек, тыштан да, эстән дә балҡып, көлөп тора.
Ишле ғаиләлә баш бала булып үҫкән Зәлифә Сәйәх ҡыҙы хеҙмәт тәмен иртә татый. Ғүмер буйы хужалыҡта бил бөккән ата-әсәһенә ярҙам итеп, өйҙө лә таҙалыҡта тота, мал-тыуарын да тәрбиәләй, һеңле-ҡустыларына ла күҙ-ҡолаҡ була. Урындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, үҫмер ҡыҙ Владимир өлкәһенә фабрикаға эшкә китә. Әммә бер аҙҙан ул кире ҡайтырға мәжбүр була. Хужалыҡ эшенән ҡурҡмаған һылыу «Заветы Ильича» колхозына һауынсы булып эшкә төшә.
— Хужалыҡта ғаилә ҡорғанға тиклем эшләнем. Иремдең тыуған яғында — Баймаҡ районының Темәс ауылында донъя көтә башланыҡ, — ти Зәлифә Кирамова.
Яҙмыш аяуһыҙ. Яҡындарын бөтмәҫ ҡайғыға һалып, йәп-йәш ғаилә башлығы Иштимер Абдулхаҡ улы фажиғәле һәләк була. 1986 йылда һигеҙ йәшлек улы һәм 24 көнлөк ҡыҙы менән яңғыҙ ҡалған Зәлифә ҡаурый нығытҡан нигеҙенә кире ҡайта. Ата-әсәһе Сәйәх Әҡсән улы менән Йәмилә Хәмит ҡыҙы ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡыҙҙарына йорт һалып бирә. Аҫау елдәргә бирешмәгән сабыр холоҡло ҡатын ошо ыҡсым ғына өй йылыһын һыуытмай һаҡлай.
— Ауылыма ҡайтҡас, мәктәпкә ашнаҡсы булып килдем. Аш-һыуға әсәйем оҫта булды, ул ғүмере буйы колхоз эшселәрен ашатты, — ти Зәлифә Сәйәх ҡыҙы.
2008 йылда ул хаҡлы ялға сыға. Ҡул ҡаушырып ултырып өйрәнмәгән хужабикә өс һыйыр, бихисап ҡош-ҡорт көтә, мул итеп баҡса үҫтерә. Донъя йөгөн яңғыҙ тартҡан әсәһенә балалары ярҙамлаша. Әйткәндәй, бәләкәйҙән арҡаһыҙ ҡалған ул-ҡыҙына Зәлифә етерлек иғтибар, наҙ, тейешле тәрбиә бирә. Балаларын һөнәрле итеп, аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөн һала хужабикә. Әсә-өләсәһе кеүек ашнаҡсылыҡҡа уҡып сыҡҡан Фәнүзә бөгөн Юлдаш ауылында кейәүҙә, ире менән Вилдан исемле ул үҫтерә. Иретеп йәбештереүгә оҫта Динис — әсәһенең уң ҡулы, терәк-таянысы.
Йәмәғәт тормошо уртаһында ла ҡайнап йәшәй Зәлифә Сәйәх ҡыҙы. Күптән түгел ауылда барлыҡҡа килгән «Ҡомартҡы» фольклор ансамбле ағзаһы ул.
— Электән мәрйен теҙеү менән ҡыҙыҡһындым. Әммә ҡул эше тоторға буш ваҡыт кәрәк. Ваҡ ҡына ынйы бөртөктәрен хәтерләткән таштарҙан тәүге әйберҙе ике йыл элек кенә яһап ҡараным. Матур килеп сыҡҡас, шөғөлөмдө артабан дауам иттем, – ти уңған ханым.
Эйе, һуңғы ваҡытта Зәлифә Кирамованы халыҡ оҫта мәрйен теҙеүсе булараҡ белә. Ул эшләгән сувенирҙар әллә күпме күргәҙмәне биҙәне, район һәм күрше ҡала һабантуйҙарында ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, былтыр Зәлифә апайҙың мәрйен эштәре оло йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең төбәк этабында уҙғарылған конкурста маҡтаулы урын алғайны. Күптән түгел ҡул эше оҫтаһына диплом тапшырылды. Фестивалде ойоштороусылар райондашыбыҙҙың экспонаттарын бик зауыҡлы һәм үҙенсәлекле тип тапты.