«Зәңгәр яғыулыҡ» килде25.01.2014
«Зәңгәр яғыулыҡ» килде
«Зәңгәр яғыулыҡ» ауылға 2002 йылда килгәйне. Ете километр оҙонлоҡтағы трасса бында Сиҙәмдән һуҙылған. Әбдрәштәрҙе газификациялау 2008 йылда ла дауам итте. Һөҙөмтәлә йорттарҙы мейестә утын яғып йылытыу Көрәй, Мәктәп һәм Салауат Юлаев урамдарында туҡтатылды. Нуғай, Әбдрәш батыр урамдарында йәшәүселәр газ килеүен ошоға тиклем көттө. Йыл һайын халыҡ йыйынында күтәрелгән был мәсьәлә, ниһайәт, хәл ителде. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында район башлығы Рим Сыңғыҙов ауылдың ҡалған өлөшөн газ менән тәьмин итергә вәғәҙәләне һәм һүҙендә торҙо. Байрам алдынан «зәңгәр яғыулыҡ» сираттағы 40 өйҙә янды.


— Былтырғы йыл әбдрәштәрҙе ныҡлыҡҡа, сабырлыҡҡа һынаны. Ташҡын күп хужалыҡтарға зыян килтерҙе. Әммә бер-береһенә ярҙамсыл, татыу, берҙәм халыҡ ҡыйынлыҡтарға бирешмәне, – тине Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы Ғүмәрова. Халыҡты комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге директоры, райондың мәрхәмәтлелек фонды етәксеһе А. Абдуллиндың фекеренсә, район башлығы Рим Сыңғыҙов ҡарары буйынса социаль программалар, муниципаль берәмектәрҙең үҫеше өсөн районда мәрхәмәтлек фонды булдырылған, фонд аҡсаһына Әбйәлилдә халыҡты борсоған күп мәсьәләләр хәл ителгән. Район үҙәге урамдарында тротуарҙар барлыҡҡа килгән, Ҡырҙас урта мәктәбе, Әлмөхәмәт клубы капиталь ремонтланған, Һамар, Дәүләт, Асҡар, Гусевта ҡоҙоҡтар ҡаҙылған, һуңғы ауылда шулай уҡ яңы һыу үткәргес төҙөлгән. Әбдрәштең ҡалған өлөшөнә газ торбалары һалыу ҙа мәрхәмәтлек фонды ярҙамында башҡарыла.
Газ үткәреү менән «Коммунальник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шөғөлләнгән. Алдағы йылдарҙа ла ошо эште улар башҡарған. Подрядсы ойошма етәксеһе, шәхси эшҡыуар Д. Аллаяров әйтеүенсә, был юлы Нуғай һәм Әбдрәш батыр урамдарына 2 километрҙан ашыу трасса төҙөлгән. Торлаҡ йорттарҙан тыш, «зәңгәр яғыулыҡ» менән шулай уҡ магазин тәьмин ителгән, мәсеткә лә торба сығарылған. Шуны әйтергә кәрәк: ауылда әле газ үтмәгән йорттар ҙа бар, тиҙҙән улар ҙа ошондай ҡыуаныс кисерәсәк.


Вернуться назад