Рәхмәт әйтә рәхмәттәр25.01.2014
Рәхмәт әйтә рәхмәттәр
...Әле генә ауылды йәмләп ултырған йорттан быҫҡып янған торонбаштар ҡалыуына Рәхмәт халҡы ышанырға теләмәне. Исмаһам, янғын һүндереүселәр иртәрәк килеп өлгөрмәне. Шунда уҡ хәбәр ителһә лә, район үҙәгенең генә түгел, Күсем руднигының ут һүндереүселәре лә тиҙ килеп етерлек арауыҡ түгел шул. Ауыл халҡы кем биҙрә, кем нимә менән тигәндәй, йүгереп һыу ташып ҡараһа ла, геүләп, ҡотороп янған утҡа ҡаршы тора алмай. Тотош янғын ялмап алған йорт күҙ асып йомған арала көлгә әйләнә.


Ошо хәлдән һуң рәхмәттәр бындай сараһыҙлыҡтан сығыу юлы тик үҙҙәренең ҡулында ғына булыуын аңлай. Ысынлап та, үҙеңә үҙең ярҙам итмәһәң, ситтән бер кем дә килеп һиңә ярҙам ҡулы һуҙмаясаҡ. Урындағы ауыл Советы депутаты Исрафил Йәнсәйетов ауылдаштары менән ирекле янғын һүндереү дружинаһы ойоштороу хаҡында кәңәш ҡора.
Бер кем дә изге башланғысҡа ҡаршы төшмәй. Әмәлгә ҡалғандай, Байым биләмәһенә яңы янғын һүндереү машинаһы килә, ә иҫкеһен рәхмәттәргә бирергә ҡарар итәләр. Күмәкләп ГАЗ-66 автомашинаһын йүнәтеп, алмаш өлөштәрҙе яңырталар. Әммә бынан тыш, янғын һүндереү өсөн кәрәк-яраҡ та талап ителә. Ауыл йыйынында һәр йорттан йылына 150 һум аҡса йыйырға хәл итәләр. Бәлә урынына сығыу өсөн яғыулыҡҡа ла ошо аҡсаны тотоналар. Ярай, быныһы булды, янғын һүндереүселәр итеп кемдәрҙе алырға һуң? Тәүәккәл, яуаплы кешеләрҙән торған дружина төҙөлә. Исрафил Йәнсәйетов өлкән водитель итеп тәғәйенләнә, Исмәғил Йәнсәйетов, Айҙар Ғирфанов, Рөстәм Сәғәҙәтуллин һәм Фәнгиз Юнысов ярҙамсылары итеп билдәләнә. Улар махсус әҙерлек тә үткән. Ут сығыу тураһында хәбәр ителеү менән, көн булһынмы, төнмө, Рәхмәт егеттәре янғын урынына ашыға. Әммә ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар ҙа бар. Йәй һыуҙы бакка тултырып ҡуялар ҙа ул, ә бына ҡыш ул туңа. Әйткәндәй, янғын һүндереү машинаһына һыу ҡойоуҙа ағалы-ҡустылы Айрат менән Хәлим Фәррәховтар ярҙамлаша. Янғын урынында ла ваҡытты дөрөҫ бүләләр — һәр кемдең үҙ бурысы. Былтыр алты, быйыл ике янғынды һүндергәндәр. Эргә-тирәләге ауылдарға ла ярҙамға сығалар.
— Ут эсенә инергә ҡурҡмайһығыҙмы һуң? — тип һорайым.
— Уйлап торорға ваҡыт юҡ, беҙгә ышаныс белдергәстәре, ауылдаштар алдында һәр саҡ үҙебеҙҙе яуаплы тоябыҙ, — ти улар.
Тик янғын һүндереү машинаһы урамда тора, гараж булһа, һыуы ла туңмаҫ, йылы бинанан тоҡандырып сығыуға ла ваҡыт күп китмәҫ, тағы иҫке булһа ла махсус кейемдәр ҙә кәрәк, тигән теләктәрен еткерҙе рәхмәттәр.
Ауылдың бөгөнгө йәшәйешен йүнләгән, киләсәген хәстәрләгән Исрафил Рәхмәтулла улына рәхмәт әйтә бөгөн рәхмәттәр. Шулай булмай ни, уның тырышлығы менән ауыл халҡы үҙен ҡурсаулы, яҡлаулы тоя.


Вернуться назад