Ғинуар айы башланыу менән студент йылдары иҫкә төшә. Ҡаты һыуыҡтарҙағы ҡаты һынауҙар мәле... Тормошомдоң ошо еңел булмаған һәм күңелле йылдарын һағынып, йәшлегемде эҙләп, ҡалабыҙҙың бер нисә уҡыу йортон ҡыҙырып сыҡтым. Күңел, ирекһеҙҙән, ҡыҙҙар һынау тотҡан аудиторияларға, улар йәшәгән ергә алып китте....
Стәрлетамаҡтың күп профилле колледжында меңдән ашыу студент имтихан тапшыра. Кемдер китапҡа ҡапланған, икенселәр "автомат" ҡына ҡуйҙыра. Колледж директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Елена Ванина менән буласаҡ тәрбиәселәр һынау тотҡан аудиторияға йүнәләбеҙ.
— Бында III курс студенттары имтихан тапшыра, — тине Елена Сергеевна. — Һынауҙың йөкмәткеһе яңыса белем биреү стандарттарына ярашлы эшләнгән, ҡатмарлы.
Имтихан ҡабул итеүселәр ҙә ябайҙарҙан түгел икән: олпат уҡытыусыларҙан тыш, балалар баҡсалары мөдирҙәре лә бар. Әммә ҡыҙҙар ҡаушап тормай, оҫталығын ярып һала. Әлбиттә, ғүмеренең күп өлөшөн тәрбиә эшенә бағышлаған остаздарҙың күңелен һүҙ менән генә яулап алып булмай. Улар студенттарҙың холоҡ-фиғелен, аудиторияла үҙен тота белеүен һәм башҡа сифаттарын да баһалай.
Имтиханда яуап тоторға әҙерләнгән Күгәрсен һылыуы Илүзә Үҙәнбаева янына киләм.
— Уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе теоретик яҡтан ғына түгел, ғәмәли йәһәттән дә ныҡлы әҙерләй: яуап биреүе ауыр булмаҫ, — тине ул ҙур ышаныс менән.
Колледждан һуң Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына инеп сығырға булдым. Имтихан мәлен күрҙем, хәҙер иһә студенттарҙың сессияға нисек әҙерләнгәнен күҙәтергә иҫәп бар. Ятаҡтағы бер бүлмәнең ишеген шаҡыйым. Ҡыҙҙар мине күтәренке кәйефтә ҡаршы алды.
— Студент бөгөн дә шпаргалкаһыҙ йәшәй алмай, — тине Эльвира Шәңгәрәева менән Лидиә Байгилдина, мут йылмайып. — Әммә имтиханда уларҙы ҡулланыу — һәр кемдең шәхси эше. Бына беҙ, мәҫәлән, шпаргалка әҙерләйбеҙ, тик уны һынауға алып бармайбыҙ.
Улар икеһе лә яҡшы уҡый, береһе — төркөм старостаһы, икенсеһе — ятаҡта студенттар советы рәйесе. Бындайын да шәп ҡыҙҙар имтиханда шпаргалка ҡулланып ултырмаҫ!
Эльвира менән Лидиә икеһе лә Ишембай районынан булып сыҡты.
— "Ятаҡта йәшәһәң, уҡып булмай" тигән фекер менән бер ҙә килешмәйбеҙ, — ти улар. — Беҙҙә тәртип ныҡлы. Ә ҡалғаны үҙеңдән тора. Тырышып белем алаһың икән, әлбиттә, һынау еңел бирелә. Кемдер имтиханда "автомат" алһа, артта һөйрәлеп йөрөгән егеттәрҙең ҡулына ысын автомат та тоттороп ҡуялар — әрмегә ебәрәләр.
...Тормош алға бара. Ана бит, яуаптарҙы хәҙер Интернеттан да "соҡоп" була. Ә шулай ҙа тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ, яуаплылыҡты бер ни ҙә алмаштыра алмай. Хәйер, нәҡ ошо сифаттар фәнде алға әйҙәй бит.