Йылғалар төнөн һөйләшә25.01.2014
(Мостай Кәрим һүҙҙәре, Юлай Үҙәнбаев көйө)
Йылғалар төнөн һөйләшә,
Болот тауҙарға ҡунғас;
Йөрәктәр төнөн серләшә,
Аяҡ тауышы тынғас.
Ҡушымта:
Ниңә шулай? Бит йылғалар
Көндөҙ ҙә аҡмай тормай,
Төнөн серләшкән йөрәктәр
Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай.
Таң һыҙыла. Ә йылғалар
Һаман сылтыр-сылтыр...
Күрәһең инде, йыһандың
Ғишыҡ сәғәте шулдыр.