Цвикау ҡалаһынан сәләм килде11.01.2012
Германияның Цвикау ҡалаһында башланған автоуҙышта ҡатнашыусы Свен Глэзер менән Ренди Шварц “Цвикауҙан Себергә – ярҙам туры” барышында Өфөгә лә һуғылды.
Ҡунаҡтар баш ҡаланың 9-сы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр менән аралашты, уларға Цвикау ҡалаһы халҡы ебәргән бүләктәрҙе тапшырҙы. Свен Глэзер менән Ренди Шварц юлға 27 декабрҙә сыҡҡан. Автоуҙыш барышында улар Рәсәйҙең һәм Көнсығыш Европаның тағы 14 ҡалаһында буласаҡ. Өфөгә тиклем Львов, Киев, Курск, Һарытау, Һамар ҡалаларын үткәндәр. Башҡортостандан Екатеринбургка юлланғандар. Автоуҙыш Улан-Удэ ҡалаһында тамамланасаҡ.